Дим буйҙары
+13 °С
Ясно
Общие статьи
1 Июля 2021, 07:23

Бишбүләк лимонады: традицияларҙы һаклап – заман менән бергә

Бишбүләк райпоһы газлы һәм газһыҙ эсемлектәр етештереү һәм таратыу буйынса яны линияны эшләтеп ебәрҙе.

- Ғинуар айында 2 млн.800 һумлыҡ йыһаздарға заказ бирзек, бинаны ремонтланыҡ. Яны лимонад цехын май айында эшләтеп ебәрҙек. – тип һөйләй Бишбүләк районы кулланыусылар йәмғиәте рәйесе Алһыу Әхмәҙуллина. – Заманса йыһаздар 300 миллиардтан алып ике литрга ҡәҙәр һыйышлы шешәләргә газлы һәм газһыҙ эсемлектәр тултырыу өсөн билдәләгән. Хәҙерге ваҡытта сәғәтенә уртаса газландырылған лмонадтың 700 ярты шешәһе етештерелә, королмаларҙың етештереүсәнлеге сәғәтенә 1160 шешәгә ҡәҙәр. Шешәнең уңайлылығы өсөн, алты даналалағы термоусадка пакеттарына төрөләсәк.

Лимонад цехы мөдире Валентина Липова етәкселегендә бында Ирек Лоҡманов, һәм Александр Гаврилов эшләй. "Ҡыңғырау", "Дюшес", "Әфлисун" газлы эсемлектәрен тултырыу технологиялары эшләнә.

Традицион 0,5 литрлы быяла шешәләрҙә лимонад көнөнә 100 йәшник етештереө. Лимонад цехы продукцияһы район магазиндарында һатыла., шәхси эшкыуарҙар ҙа бик теләп ала.

Ирина Фомина.

Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас