+27 °С
Дождь


Ташҡабаҡты уртаға буйлай ҡырҡығыҙ һәм уртаһындағы төштәрен алығыҙ. Эсенә фарш тултырығыҙ һәм уның өҫтөнә 2 аш ҡалағы томат пастаһын һәм 2 аш ҡалағы майонезды йә ҡаймаҡты болғатып һалығыҙ. Помидор киҫәктәре лә өҫтәргә мөмкин. Өҫтөнә ҡырғыстан ҡырылған сыр һибәбеҙ һәм ҡыҙған духовкала 15 минут бешереп алығыҙ.