Ҡамыр әҙерләү өсөн 1 стакан йылы һөт, 3 йомортҡа, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 4 аш ҡалағы шәкәр, 100 гр аҡ май, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, 15 гр сүпрә "люкс" алына.
Тәүҙә әҙ генә һөткә 1 сәй ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы он, 15 гр самаһы сүпрә һалып ҡабартып алырға, аҙаҡ ҡалғандарҙы ҡушып ҡамыр баҫырға. 1 сәғәт йылыға ҡуйып ҡабартырға. Табаға ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйергә, өҫтөнә сейә һалырға һәм тәменә ҡарап шәкәр өҫтәп, һатыу ҡаймағына 2 йомортҡа ҡушылған массаны өҫтөнә ҡойоп 180 градуслы мейескә ярты сәғәткә бешерергә ҡуйырға.
Сейә бәлеше
Ҡамыр өсөн: 200 грамм эремсек, 150 грамм аҡ май, бер йомортҡа, 150 грамм шәкәр, ярты сәй ҡалағы һүндерелгән сода.
Эслек өсөн 400 грамм һөйәкһеҙ сейә, алты аш ҡалағы шәкәр, ике аша ҡалағы өйөп крахмал кәрәк.
Тәүҙә йомшаҡ майҙы, эремсекте миксер менән туғыйбыҙ. Йомортҡа, шәкәр ҡушып тағы ла болғатабыҙ. Шунан һүндерелгән уксус өҫтәп, һәйбәтләп бутап ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр йомшаҡ ҡына була. Уны салафан тоҡсайға һалып ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Артабан эслеккә тотонабыҙ. Сейәгә шәкәр һалып талғын ғына утҡа ҡуябыҙ. Крахмал өҫтәйбеҙ. Төйөндәр барлыҡҡа килмәһен өсөн һәйбәтләп болғатабыҙ. Ҡуйырғас уттан алабыҙ. Шунан ҡамыр йәйеп һыуыған әҙер сейә ҡатнашмаһын һалабыҙ. Өҫтөн ҡамыр менән биҙәп духовканы 190 градусҡа тиклем йылытып, 30-35 минут тирәһе бешерәбеҙ.