Дим буйҙары
+26 °С
Облачно
Общие статьи
26 Июля 2021, 18:02

Үҙ мәлендә татлы емештән ауыҙ итәйек

Магазиндарҙа, урамдарҙағы һатыу нөктәләрендә ҡарбуз күптән һатыла башланы. Был емешкә ҡағылышлы түбәндәге мәғлүмәттәр уҡыусыларыбыҙ өсөн файҙалы булыр, тип уйлайбыҙ.

Үҙ мәлендә татлы емештән ауыҙ итәйекҮҙ мәлендә татлы емештән ауыҙ итәйек
Үҙ мәлендә татлы емештән ауыҙ итәйек

Нисек һайларға?

Был һорау ҡарбуз яратыусы һәр кемде борсойҙор, моғайын. Ҡыҙғанысҡа күрә, сифатлы ҡарбуз һайлау өсөн теоретик белем генә аҙ. Бында даими практика кәрәк. Шулай ҙа һеҙгә ярҙам итеп ҡарайыҡ. Беренсенән, «дөрөҫ» ҡарбуздың күп билдәләре төрлө сорт ҡарбуздар өсөн тап килмәй. Беҙҙә киң таралаған «Әстерхан» һәм «Мелитопольский» сорттары ни тиклем нығыраҡ бешкән булһа, шул тиклем ҡарбуздың ҡойроғо тирәһендәге ҡара һәм аҡ һыҙаттар араһындағы айырма көслөрәк күренә. Был сорттар августа өлгөрөп етә. «Волга» сорты ҡарбузы шар кеүек, асыҡ йәшел, һыҙаттары юҡ. Тышы ағарһа, был ҡарбуз бешкән тигән һүҙ. «Хаит-ҡара» үзбәк сорты баҙарҙарҙа көҙ күренә башлай, уның әҙер булыу күрһәткесе - тышының ҡара йәшел төҫкә инеүе.

Ҡарбуз ҙурыраҡ булһын

Шулай ҙа иң тәүҙә ҡарбуздың ҙурлығына иғтибар итергә кәрәк. Һатыусынан бәләкәйерәк бешкән ҡарбуз һорау - ул нимә теләгәнеңде үҙең дә аңламау тигән һүҙ. Иң яҡшыһы - уртасанан ҙурыраҡ ҡарбуз һайлағыҙ. Ныҡ ҙур ҡарбуздар ашламаны артығыраҡ ҡулланғандан үҫеүе ихтимал. Яҡшы ҡарбуз 5 килограмдан аҙыраҡ булмай. Тағы ла бер мөһим үҙенсәлек: өлгөргән ҡарбуз артыҡ ауыр булмай, сөнки бешкән саҡта уның сағыштырма тығыҙлығы кәмей. Бик булмаһа, ҡарбуздарҙы һыуҙа батырып ҡарап өлгөргәнлеген тикшереп була. Бының өсөн ваннаға һыу тултыраһың дә, ҡарбузды һыуға төшөрәһең, һыу өҫтөндә аҙыраҡ торғаны бешеп еткән була.

«Ҡыҙҙар» һәм «малайҙар»

Халыҡ араһында ҡарбузды енестәргә бүлеп ҡарау ҙа киң таралған. Уларҙы айырыуы ауыр түгел, «Малай» ҡарбуздың ҡойроғо урынлашҡан өлөшө ҡабарынҡы, ә ҡойроғо тирәһендәге түңәрәге бәләкәй генә. «Ҡыҙҙар»ҙың, киреһенсә, ялпаҡ һәм дүңгәләге тимер аҡса ҙурлығында. «Ҡыҙҙар» тәмлерәк иҫәпләнә, уларҙа шәкәр күберәк. Әммә белгестәр ҡарбуздың енесенә иң һуңғы сиратта иғтибар итергә ҡуша.

Сағыу төҫ

Ҡарбуздың тышындағы һыҙыҡтар ни тиклем сағыуыраҡ һәм улар араһындаға айырма ни тиклем асығыраҡ күренә, эсе шул тиклем өлгөргәнерәк була. Асығыраҡ өлөштәр аҡһылыраҡ булһа, ҡарбуз күптән өлгөргән. Ә ҡара һыҙыҡтарҙың сағыуыраҡ булыуы ҡарбуз үҫкән шарттарҙың яҡшы булыуы тураһында һөйләй.

Тышы ҡаты булһын

Өлгөрөп еткән ҡарбуздың ҡабығы ҡаты булырға тейеш, уны тырнаҡ менән үтә төртөп булмай. Шуға ла һуҡ бармағығыҙҙың тырнағы менән ҡарбуздың тышын үтә төртөп ҡарағыҙ. Әгәр ҙә тырнаҡ ҡабыҡты еңел генә үтеп инә икән, ҡарбуз бешмәгән.

Һуҡҡылап ҡарағыҙ

Алда әйтелгән кәңәштәрҙең барыһын да ҡулланғандан һуң да ҡарбуздың сифатында шикләнәһегеҙ икән, уны һуҡҡылап һәм ҡыҫҡылап ҡарарға була. Күптәр ҡарбузды ике яҡтан ҡул менән ҡыҫып ҡарай, был саҡта ҡарбуздың эсенән тауыш ишетелергә тейеш. Был бик яҡшы тест, әммә ул оҙайлы юл үткән ҡарбуздар өсөн ҡулайлы түгел. Юлда бешкән ҡарбуздарҙың эсе һелкенеп, бушай төшә. Шуға ла улар аҙаҡтан тауыш сығармауы ихтимал. Бына шуның өсөн дә ҡарбузды һуҡҡылап ҡарарға кәрәк. Ҡарбузды һул ҡулығыҙҙың усына һалығыҙ. Уң ҡул менән ҡарбузға аҫтан өҫкә, өҫтән аҫҡа һуҡҡылап ҡарағыҙ. Әгәр ҙә тауыш сағыу ишетелә икән, ҡарбуздың сифатында шикләнергә кәрәкмәй.

Ҡарбузлы химия

Июлдә һәм хатта август башында ҡарбуз һатып алырға ярамай, тип иҫәпләүселәр дөрөҫ эшләй. Сөнки Рәсәйҙә ҡарбуздың күп төрҙәре август уртаһына йәки аҙағына ғына бешеп етә. Шуға ла улар йә өлгөрөп етмәҫ элек, йәки азот һәм үҫеште тиҙләтеүсе ашламалар - нитраттар нигеҙендә үҫтерелеп һатыуға сығарыла. Күп һыу һибелгән ҡарбуз да тиҙ өлгөрә. Улар хәүефһеҙ, әммә тәме юҡ. Ҡайһы бер һатыусылар ҡарбуздың эсе ҡыҙыл булһын өсөн уға марганцовкалы укол яһай. Был ысул да ҡулланыусының һаулығына зыян килтермәй. Иң ҡурҡынысы булып «химик» ҡарбуздар иҫәпләнә. Химикатлы ҡарбуз оҙаҡ һаҡланмай һәм уның тышында ҡарараҡ төҫтәге йомшарған түңәрәк урындар барлыҡҡа килә, эсе ҡыҙыл, ә һөйәктәре аҡ төҫтә була. Бындай ҡарбузды ҡырҡҡан саҡта уның ҡыҙыл түгел, ә шәмәхә төҫөндәрәк булыуын күрергә була.

Химия менән тултырылған ҡарбузды түбәндәге ысул менән дә асыҡларға була: һыу һалынған стаканға ҡарбузды төшөрөп болғатһаң, һыу ҡыҙыл йәки алһыу төҫкә инә. Шуға ла химия менән тултырылған ҡарбуз ашап, сәләмәтлегегеҙгә зыян килтермәйем, тиһәгеҙ, август аҙағы - сентябрь башына тиклем ҡарбуз ашамай тороғоҙ. Шулай уҡ юл буйҙарынан ҡарбуз һатып алмағыҙ, сөнки ул һауанан төрлө зарарлы матдәләрҙе үҙенә һеңдереү һәләтенә эйә.

Химия ни тиклем зарарлы?

Нитратлы бер киҫәк ҡарбуздан һеҙгә бер нәмә лә булмаясаҡ. Әгәр ҙә бер үҙегеҙ тотош ҡарбузды ашап бөтһәгеҙ, әсегеҙ ауыртыуы йәки бауырға зыян килеүе ихтимал. Теоретик яҡтан, бындай ҡарбуз нервылар системаһы сирҙәренә килтереүе бар, әммә был һирәк осрай торған күренеш.

Нисек йыуырға?

Табиптар фекеренсә, арбуздағы нитраттарға ҡарағанда, уның тышында «йәшәүсе» инфекциялар күпкә ҡурҡынысыраҡ. Оҙайлы юл үткәнсе унда бактериялар үрсей башлай, шуға ла ҡарбузды яҡшы итеп йыуырға кәрәк. Ҡайһы бер табиптар һабын ҡулланырға йәки ҡарбузды эҫе һыуға һалып алырға кәңәш итә. Шулай уҡ сауҙа нөктәләрендә ҡарбузды тәмләп йәки һатып ала торған ҡарбузығыҙҙы киҫтереп ҡарарға ярамай. Юғиһә, был осраҡта ҡарбуздың тышындағы бактериялар шунда уҡ уның эсенә үтеп инәсәк һәм үрсей башлаясаҡ.

Ҡарбуз файҙалы ла

Ҡарбуз еңел үҙләштерелә торған тәбиғи шәкәрҙән, башлыса фруктоза һәм глюкозанан тора. Унда шулай уҡ В1, В2, С, РР витаминдары, фолий кислотаһы, каротин, пектин полисахаридтары, калий, магний, тимер, натрий, кальций, фосфор һәм башҡа микроэлементтар күп. Файҙалы матдәләрҙең бындай бай ассортименты йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына, ҡалҡан биҙенең эске секрецияһына, эсәк микрофлораһына яҡшы тәьҫир итә. Халыҡ медицинаһында ҡарбузды бөйөр һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары мәлендә шешенгәндә ҡулланалар. Уны урологик ауырыуҙар: цистит, нефрит, пиелонефрит ваҡытында ла ашарға кәңәш итәләр. Ҡарбузды диета ваҡытында ла ҡулланалар. Тимергә бай ҡарбуз анемиянан да ҡотҡара.

ejansura.ru

Үҙ мәлендә татлы емештән ауыҙ итәйек
Үҙ мәлендә татлы емештән ауыҙ итәйек
Автор:
Читайте нас