Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
Общие статьи
9 Сентября 2021, 20:20

Тәбиғәт хазинаһы - ҡара миләш

Ҡара миләштең дауалау үҙенсәлектәре шаҡтай. Мәҫәлән, уның составында капиллярҙарҙы нығытыусы Р витамины ҡара ҡарағаттыҡына ҡарағанда 2 мәртәбә күберәк. Шуға ла әлеге витаминды эшләп сығарғанда ҡара миләште төп сеймал итеп алалар. Уның емештәрендә йод та күп.

Тәбиғәт хазинаһы - ҡара миләшТәбиғәт хазинаһы - ҡара миләш
Тәбиғәт хазинаһы - ҡара миләш

Дауалау маҡсатынан уны күпселек витамин етмәгәндә, бөйөрҙә таш булғанда, гипертония, цистит ваҡытында ҡулланалар.Бешкән ҡара миләш ҡан ағыуҙы туҡтата, эсте йомшартыу, һейҙек ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә. Ә кипкән емеште дизентерия ваҡытында ҡулланырға кәңәш итәләр.

***Гипертоник ауырыуҙы һәм атеросклерозды дауалау өсөн 1 кг ҡара миләште 700 г шәкәр ҡушып иҙергә. Көнөнә 2 мәртәбә 75-100-әр грамм ашарға кәрәк.

***Геморрой ваҡытында бер үк күләмдә алынған ҡара миләш менән балды ҡайнаталар һәм көнөнә 3 мәртәбә ашарға 30 минут ҡала 100-әр грамм ашайҙар.

***Витамин етмәгән осорҙа 1 сәй ҡалағы кипкән миләшкә 400 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 4 сәғәт төнәтергә һәм көнөнә 2-4 мәртәбә 1-әр стакан эсергә.

***Организм арығанда, аҙҡанлылыҡ булғанда һәм һейҙек ҡыуыу өсөн 2 сәй ҡалағы кипкән миләшкә 400 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 1 сәғәт төнәтергә һәм бер аҙ шәкәр ҡомо өҫтәргә. Төнәтмәне көн дауамында 3-4 кә бүлеп эсергә.

***Эс киткәндә 1 ҡалаҡ кипкән миләшкә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 30-40 минут төнәтергә һәм көнөнә 3-4 мәртәбә яртышар стакан эсергә.

***Эс китеү, дизентерия, ашҡаҙан, эсәктәр ауыртҡанда, гипертония ваҡытында көнөнә 3 мәртәбә ашарға 30 минут ҡала 100 мл яңы һығылған ҡара миләш һуты эсергә.

***Йыл дауамында ҡара миләш, гөлйемеш һәм ҡара ҡарағат сәйе эсергә кәрәк. Дауалаусы сәй өсөн 1 ҡалаҡ йыйылмаға 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Дөрөҫ, был сәйҙе 15-20 минут ҡына түгел, 4-5 сәғәть бешерергә кәрәк. Көнөнә 3-4 стакан сәй эсергә.

***Ҡара миләште гастрит, ашҡаҙан һәм эсәк тракты йәрәхәттәре ваҡытында 3 аҙнаннан артыҡ ҡулланырға ярамай.

gazeta-toratau.ru

 
Тәбиғәт хазинаһы - ҡара миләш
Тәбиғәт хазинаһы - ҡара миләш
Автор:
Читайте нас