Дим буйҙары
+13 °С
Ясно
Общие статьи
16 Октября 2021, 08:46

Йәниҫәптә әүҙем ҡатнашайыҡ!

"Йәниҫәптә әүҙем ҡатнашыу ғына объектив мәғлүмәттәр алырға ярҙам итәсәк. Һүлпәнлегебеҙ арҡаһында иҫәпкә алынмай ҡалыусылар булһа, дөрөҫ булмаясаҡ. Шуға күрә бөтәгеҙҙе лә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа дәррәү ҡатнашырға саҡырам. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!" - ти Эльвира Айытҡолова.

Йәниҫәптә әүҙем ҡатнашайыҡ!Йәниҫәптә әүҙем ҡатнашайыҡ!
Йәниҫәптә әүҙем ҡатнашайыҡ!

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе:

– Бөгөн Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башлана. Ун йылға бер тапҡыр беҙгә үҙебеҙҙе тарихҡа индереү мөмкинлеге тыуа. Демография статистикаһында миллиондарса рәсәйҙәр араһында һеҙҙең дә ҡабатланмаҫ шәхесегеҙ иҫәпкә алыныуын аныҡ белеү өсөн был үтә лә мөһим.

Ни өсөн йәниҫәптә ҡатнашырға кәрәк?

Беренсенән, йәниҫәп һөҙөмтәләре территорияларҙы үҫтереү өсөн бюджет сығымдарын планлаштырғанда иҫәпкә алынасаҡ. Был иһә – торлаҡ, мәктәптәр, балалар баҡсалары, медицина учреждениелары төҙөлөшө лә, транспорт инфраструктураһы ла.

Икенсенән, демография күрһәткестәре социаль ярҙам сараларын теүәлерәк планлаштырырға булышлыҡ итә. Мәҫәлән, тап 2002 йыл йәниҫәбе йомғаҡтары хөкүмәтте тыуымды арттырыу саралары тураһында етди уйланырға мәжбүр итте, һөҙөмтәлә әсәлек капиталы программаһы барлыҡҡа килде. Башҡортостаныбыҙҙа республика һәм муниципаль саралар ҙа ғәмәлдә – ЭКО процедураһын субсидиялау, игеҙәктәр һәм бер юлы өс сабый тапҡан ғаиләләргә түләүҙәр, һалым ташламалары.

Халыҡ иҫәбен алыу пенсияларҙы, балалар пособиеларын иҫәпләү, ишле ғаиләләргә ярҙам саралары күреү өсөн дә кәрәк. Республикабыҙҙа йәниҫәп һөҙөмтәләре бигерәк тә ауылдарҙы һәм моноҡалаларҙы үҫтереү программаларын планлаштырыу, мәшғүллек проблемаларын хәл итеү өсөн әһәмиәтле.

Ә бына милли состав һәм телдәрҙе белеү хаҡындағы мәғлүмәттәр Рәсәйҙең этномәҙәни һәм тел күптөрлөлөгөнә ярҙам итеү өсөн нигеҙ булып торасаҡ.

 Рәсәй халыҡтары ғаиләһендә башҡорттар ҙа лайыҡлы урынды биләй. Үткән йәниҫәп һөҙөмтәләре буйынса, башҡорттар – Рәсәй Федерацияһында һан буйынса дүртенсе урында тороусы халыҡ. 2010 йылда республикабыҙҙа 1,17 миллион башҡорт йәшәгән. Алдағы йәниҫәптә әүҙем ҡатнашыу ғына объектив мәғлүмәттәр алырға ярҙам итәсәк. Һүлпәнлегебеҙ арҡаһында иҫәпкә алынмай ҡалыусылар булһа, дөрөҫ булмаясаҡ. Шуға күрә бөтәгеҙҙе лә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!

Фото социаль селтәрҙән алынды.

bashkizi.ru

Йәниҫәптә әүҙем ҡатнашайыҡ!
Йәниҫәптә әүҙем ҡатнашайыҡ!
Автор:
Читайте нас