

Ҡар иртә яуһа, ер туңмай ҡала. Был осорҙа ҡайһы бер үҫентеләрҙең тамыры яйлап тын ала. Киләһе йыл уңышына көс туплай. Ҡайһы бер йылдарҙа иһә оҙаҡ ҡар яумай, ҡаты һалҡындар башлана. Көҙҙән еләк-емеш төптәре серетмә, торф йәки бысҡы вағы менән күмелһә, үҫентеләрҙең тамыры һыуыҡҡа бирешеп бармай.
Роза ҡыуаҡтарына килгәндә, һыуыҡҡа сыҙамлы сорттар ҡышты ауырлыҡһыҙ үткәрә ала, әммә тамыр системаһын тупраҡ, шыршы йәки ҡоро япраҡтар менән ҡаплау яҡшыраҡ. Һыуыҡҡа раузаларҙың кәрлә, сәй-гибриды, экзотик сорттары һиҙгер. Был сәскәләр -7 °C тиклемге һыуыҡтан ҡурҡмай. Әммә ер, шыршы ботаҡтары, махсус материал ҡоро булырға тейеш. Дымлы әйбер эләккән хәлдә, раузаның тамыры сереп, төрлө ауырыуҙар барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Ҡышҡа әҙерләнеүҙе тамамлағанда ағастарҙың төптәренә тупраҡ өйөргә кәрәк. Был йоҡа ҡар ҡатламы арҡылы сатлама һыуыҡтар ваҡытында ағастарҙың тамырҙары өшөмәһен һәм зарарланмаһын өсөн эшләнә. Төптәрен өйгәндән һуң, ағас янында хасил булған уйһыулыҡтарға тиреҫ таратырға була. Ләкин иҫтә тотоғоҙ, һырғанаҡтың тамырҙары өҫтә ята, шуға күрә төбөнә ҡом һибергә кәрәк. Ул һауаны яҡшыраҡ үткәрә.
Емеш ботаҡтары 40-50 градус һалҡынды ғына ауыр үткәрә. Емеш-еләк плантацияларын ҡар аҫтында ҡалдырыу мотлаҡ. Ҡалын ҡар ҡатламы һалҡындарҙан һаҡлауҙан тыш, ерҙә дым запасын да арттыра. Баҡсала ҡар тотоуҙы ҡар яуғас та башларға кәрәк. Бының өсөн ел өргән яҡҡа арҡыры щиттар ҡуйыла, ер өҫтөнә ағас ботаҡтары ташлана, ҡар өйөмдәре яһала, ҡар канауҙары ҡағыла.
Ағастарҙы сысҡандарҙан һаҡлау өсөн креолин һеңдерелгән торф йәки бысҡы вағы һибергә кәрәк. шулай уҡ ылыҫлы ағас ботаҡтары менән уратып бәйләргә лә мөмкин.
Ағас олонондағы һәм ботаҡтарҙағы баҡса ҡоротҡостарының ояларын йыйып, юҡ итергә онотмағыҙ.
“Башҡортостан календары”нан.