Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
Общие статьи
10 Декабря 2021, 09:23

Оптимистик ҡарашлы ир-егет

Аҙнайҙан Фидан Ситдиҡов фермер хужалығында малсылыҡты үҫтереүгә баҫым яһай

Оптимистик ҡарашлы ир-егетОптимистик ҡарашлы ир-егет
Оптимистик ҡарашлы ир-егет

Һәр эштең үҙенең ыңғай hәм кире яҡтары бар. Беҙҙең зонала үҫемселек сезонлы характерҙа булһа, малсылыҡ менән шөғөлләнеү отпуск hәм ял көндәрһеҙ ныҡышмалы хеҙмәт талап итә. Әммә аграрийҙарҙың эше иген эшкәртеүҙең хәүефле зонаһында hауа шарттарына, яғыулыҡ-майлау материалдарына hәм техникаға, шулай уҡ минераль ашламаларға хаҡ артыуға, ашлыҡты һатып алыу хаҡтары түбән булыуына бәйле икәне менән сағыштырғанда, малсылыҡ менән шөғөлләнеү  барыбер отошлораҡ. Ит hәм һөт йыл әйләһeнә ауыл хужалығы етештереүселәренә тере аҡса килтерә. Әлбиттә, яҡшы аҙыҡ базаһы, көтөүлектәр, йәш малсылар һәм эшсе ҡулдар өсөн йылы бyлмәләр булғанда.

— Мин хаҡлы ялға сыҡҡансы, нефтселәр ойошмаһында оператор булып эшләнем, ә хәҙер улыма фермар хужалығын алып барырға ярҙамлашам, — ти йылмайып,  Аҙнай ауылынан Минезакир Хөснулла улы Ситдиҡов. — «Дим» совхозы тарҡалғандан һуң, малсылыҡтағы элекке позицияларҙы ҡабат ҡайтарыуҙы кyптәр утопия, тип ҡабул итһә, минең Фидан еңел генә бирешергә өйрәнмәгән һәм әлегә оптимистик кәйефен юғалтмай. Һәм мин уға ышанам. Уның бөгөнгө көндә 80 баш һыйыр малы бар, шуларҙың 28-е — һауын һыйыры. Әлегә улар барыһы ла ауылдың элекке ат аҙбары бинаһында тора, ул уны арендаға алды. Ауыр булһа ла, әкренләп 300 башҡа иҫәпләнгән яңы һыйыр аҙбары төҙөлөшө дауам итә. Бирелгән грантҡа, яңы эш башлаусы фермер булараҡ, ике йыл элек бесән әҙерләү өсөн КУН hәм тағылма инвентарь менән тeгәрмәсле яңы «Беларус» тракторы һатып алынды.

Уҙып барыусы йыл Аҙнай ауылында йәшәүсе халыҡ өсөн эҫе hәм оҙаҡҡа һуҙылған ҡоролоҡ  менән иҫтә ҡалды. Яҙғыһын бында урындағы Өйәҙе йылғаһы ташып. Ауылды һыу баҫты. Нәҡ бына шул ваҡытта күптәргә үҙ техникаһы менән бушлай ярҙам күрһәтә лә инде был йәш фермер. Ул саҡта Фидан Ситдиҡов ысын ҡотҡарыусы була. Ул һуңынан да ауыл халҡына төрлө ярҙам күрһәтә. Район тораҡ пункттарында бындай фермер хужалыҡтары булыуы районда ауыл хужалығын яңынан тергеҙеүгә һәм артабан үҫтереүгә ышаныс өҫтәй.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Оптимистик ҡарашлы ир-егет
Оптимистик ҡарашлы ир-егет
Автор:
Читайте нас