Дим буйҙары
+19 °С
Ясно
Общие статьи
10 Декабря 2021, 11:49

Ҡышҡыһын өшөмәйем, тиһәң...

Еңел сәнәғәт курткаларҙың ниндәйҙәрен генә текмәй хәҙер. Йәнең теләгәнен, кеҫәңдәге аҡсаға тура килгәнен һайларға мөмкин. Ә ниндәйен һайларға һуң?

Ҡышҡыһын өшөмәйем, тиһәң...Ҡышҡыһын өшөмәйем, тиһәң...
Ҡышҡыһын өшөмәйем, тиһәң...

Синтепонлы курткалар өс  төрлө: бер, ике һәм өс ҡатлы була. Улар уңайлы, бына тигән кейелә, 30-40 градуста һәйбәт йыуыла. Шулай ҙа был ҡышҡы кейемдәрҙең кәмселеге бар  -  ҡаты һыуыҡта бындай куртка менән йөрөп булмай – өшөтә.

Һалҡындан ҡаҙ мамығы тултырылғандары яҡшы һаҡлай . Мамыҡ курткаларҙың иң йылыһы – 90 процент мамыҡ тултырылғаны. “Down” тип яҙылған курткалар ғына 100 процент мамыҡтан була. Әгәр  “feather”  тип яҙылған булһа, мамыҡҡа ҡаурый ҡушҡандар тигән һүҙ. “Wool” – эсе йөн ватин булыуын аңлата. “Cotton” – ябай фуфайка тигән һүҙ.

Фото www.dev.meharossii.ru

Ҡышҡыһын өшөмәйем, тиһәң...
Ҡышҡыһын өшөмәйем, тиһәң...
Автор:Гумерова Л
Читайте нас