Дим буйҙары
+31 °С
Ясно
Общие статьи
11 Декабря 2021, 12:38

"Аҡмулла диктанты"нда ҡатнашайыҡ!

Күренекле мәғрифәтсе, шағир һәм сәсән Мифтахетдин Аҡмулланың 190 йыллығы 14 декабрҙә билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡорт дәүләт педагогия университеты 10-12 декабрҙә ситтән тороп мәғрифәтселек акцияһы уҙғара.

"Аҡмулла диктанты"нда ҡатнашайыҡ!"Аҡмулла диктанты"нда ҡатнашайыҡ!
"Аҡмулла диктанты"нда ҡатнашайыҡ!

Диктанттың маҡсаты – Башҡортостанда Мифтахетдин Аҡмулланың ижадын таратыу һәм танытыу, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүгә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү. Сарала, йәшенә, белеменә, йәшәү урынына, гражданлығына ҡарамайынса, һәр кем ҡатнашыу хоҡуғына эйә.

Диктант барыһы 30 һорауҙан тора. Унда ҡатнашыу өсөн https://bashdict.ru сайтына инергә һәм «Пройти Диктант» төймәһенә баҫырға кәрәк.

Диктант 10 декабрҙән 12 декабргә тиклем уҙғарыла. Акцияла ҡатнашҡан һәр кемгә сертификат бирелә. Диктанттың дөрөҫ яуаптары 14 декабрҙә башҡорт филологияһы факультетының рәсми сайтында баҫыла.

akbuzat-rb.ru

 

"Аҡмулла диктанты"нда ҡатнашайыҡ!
"Аҡмулла диктанты"нда ҡатнашайыҡ!
Автор:
Читайте нас