+20 °С
Облачно


Рус һәм инглиз телдәрендә яҙылған махсус билдәләр төбәктең иҫтәлекле урындарына, хозур тәбиғәт биләмәләренә, төрлө тәбиғи һәм археологик объекттарға, музейҙарға һәм һәйкәлдәргә йүнәлеште күрһәтә.
Уларҙың 22-һе – федераль әһәмиәттәге юлдарҙа, 487-һе – төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге һәм 698 – урындағы юлдарҙа урынлаштырылған. Башҡортса 40 туристик йүнәлеш юлы күрһәтелгән, киләсәктә был эш дауам иттереләсәк, тип белдерәләр республиканың Туризм комитетында.
2020 йылда республика юлдарында 1023 билдә ҡуйылған булған. Улар барыһы ла ГОСТ буйынса эшләнгән.
Башинформ.