Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Ғинуар , 10:37

Республикала йәнә ныҡ итеп ҡар яуыуы көтөлә

Алдағы көндәрҙә республикала йәнә һауа температураһының үҙгәреүе көтөлә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, аҙнаның икенсе яртыһында һалҡындар ҡар һәм буран менән алмашына. Юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, урыны менән көрт һалыуы ихтимал.

Республикала йәнә ныҡ итеп ҡар яуыуы көтөлә

15 ғинуарға һауа температураһы төндә -7,-12, аяҙытҡанда -17, көндөҙ -5,-10 градусҡаса күтәрелә.

Ғинуарҙың беренсе декадаһында республиканың баш ҡалаһында айлыҡ норманан 82 процент яуым-төшөм яуған. Ысынында иһә быйылғы ғинуарҙың беренсе декадаһын 2017 йыл ғинуарының тәүге ун көнлөгө менән сағыштырып булмай. Ул осорҙа күберәк – айлыҡ норманан 132 процент яуым-төшөм теркәлгән, тип билдәләне метеорологтар.

https://www.bashinform.ru

Республикала йәнә ныҡ итеп ҡар яуыуы көтөлә
Автор: