+21 °С
Облачно


Кәрәк була:
300 мл һөт
1 йомортҡа
100 г. шәкәр
1 ҡалаҡ ҡоро сүпрә
1 бал ҡалаҡ тоҙ
80 мл. үҫемлек майы
550 г. тирәһе он
Эслекте үҙегеҙ теләгән ингридиенттар менән эшләргә мөмкин.
Әҙерләү:
Һөткә йомортҡа, шәкәр, тоҙ, сөпрә һалып болғатабыҙ ҙа, май ҡойоп, он һалып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ.
Ҡамыр ҡабарғансы йылы урынға ултыртып торабыҙ.
Бәләкәй генә түңәрәктәр йәйеп, эслек һалып бөгөп эшләнә был булочкалар. Эслегенә повидло, йөҙөм, ҡайнатма һалырға мөмкин.
Мин алма повидлоһы, ҡара емеш, шоколад һалып бешереп ҡараным. Биик тәмле килеп сыҡты. Һеҙгә лә бешереп ҡарарға тәҡдим итәм)
#аш_һыу рецептарынан.