Дим буйҙары
+19 °С
Дождь
Общие статьи
20 Февраля 2022, 05:35

Бала саҡ тәме!

Элгәре тәмле генә пирожныйҙар һатыла ине. “Песочные” тип атала ине улар. Бала саҡты хәтерләткән тәмлекәсте үҙебеҙ бешереп, яҡындарыбыҙҙы һөйөндөрә алабыҙ.

Бала саҡ тәме!Бала саҡ тәме!
Бала саҡ тәме!
Бының өсөн ярты кило он, 300 грамм аҡ май, 200 грамм ваҡ шәкәр, 2 йомортҡа (береһенең һарыһы ғына кәрәгәсәк), 2 грамм тоҙ, 1 грамм сода, ванилин, алма повидлоһы талап ителә.
 
Әҙерләү:
Майҙы ваҡлап, шәкәр, тоҙ, ванилин ҡушып,миксерҙа туҡыйбыҙ. Айырым һауытта 1 йомортҡа һәм икенсеһенең һарыһын туҡырға ла, май өҫтөнә аҙлап ҡына ағыҙып, ҡушып туҡырға. Содаһы һеркәлә яндырырға. Ондо иләргә һәм барыһын ҡушып, ҡамыр баҫырға. Әҙер ҡамырҙы бер аҙ һыуытҡыста тотоп алырға.
Ҡамырҙы икегә бүлеп, һәр ҡайһыһын 1 см самаһы йәйеп, махсус ҡағыҙ түшәлгән противендә, 240 градус эҫелектә бешереп алығыҙ. Оҙаҡ тотмай, “алһыу”лана башлаһа – алығыҙ. Юғиһә, корждар ҡоро булыр. Шулайтып икенсеһен дә бешереп алығыҙ. Беренсе ҡатҡа повидлоның яртыһын һылап, икенсе корж менән ҡапларға. Ҡырҙарын тигеҙләп ҡырҡҡас, өҫтөнә ҡалған повидлоны һылайбыҙ. Ситен тигеҙләп ҡырҡыуҙанартҡан корж киҫәктәрен ваҡлып, повидло өҫтөнә һибәбеҙ.
Унан бер аҙға ҡалдырып тороу яҡшы булыр. Йомашара биргәс, пирожное итеп, киҫәктәргә ҡырҡырға ла, тәмлекәс менән сәй эсергә ҡала.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Бала саҡ тәме!
Бала саҡ тәме!
Автор:
Читайте нас