Дим буйҙары
+13 °С
Ясно
Общие статьи
21 Февраля 2022, 11:57

Остеохондроздан үлән төнәтмәләре

Бил ауыртҡанда, ревматизм, невралгия менән яфаланғанда меъяп­раҡ үләненән әҙерләнгән төнәтмә ярҙам итә.

Остеохондроздан үлән төнәтмәләреОстеохондроздан үлән төнәтмәләре
Остеохондроздан үлән төнәтмәләре

Бил ауыртҡанда, ревматизм, невралгия менән яфаланғанда меңяп­раҡ үләненән әҙерләнгән төнәтмә ярҙам итә. ңъБер ҡалаҡ киптерелгән меңъяпраҡ үләненә бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Өҫтөн љаплап, бер сәғәт төнәтергә, һөҙөргә. Дауаны көнөнә 3-4 тапҡыр аш алдынан берәр  ҡалаҡ эсергә.


10 грамм ҡыҙыл көртмәле япрағын бер стакан ҡайнар һыуҙа ике сәғәт төнәтергә, һөҙөргә. Шифаны көнөнә 3-4 тапҡыр аш алдынан 1-2 ҡалаҡ эсәләр.

Ҡыҙыл көртмәле елєгенән дауалы эсемлек. 50 грамм ҡыҙыл көртмәле еләгенә 150 грамм ҡайнатып һыуытылған һыу ҡойоп, тәм буйынса бал ҡушып болғатырға. Көнөнә 3-4 тапҡыр, ашағандан һуң, ярты стакан эсергә.

60 грамм дегәнәк япрағына 600 грамм ҡайнар һыу ҡойоп, 4 сәғәт төнәтергә. Берәр стаканлап көнөнә 3 тапҡыр эсергә.

Радикулит, ревматизм осрағында артыш (можжевельник) емешен ашау ҙа ярҙам итә. Уны, ҡайнар һыуҙа төнәтеп, сәй урынына ла эсергә мөмкин. Төнәтмәне ваҡланған емешенән әҙерләйҙәр: 1 ҡалаҡ емешкә 1 стакан ҡайнар һыу алына. Дауаны көнөнә 3-4 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсәләр.

50–100 грамм киптерелгән йылан тамыры (шалфей) үләнен 3 литр эҫе һыуҙа ярты сәғәт төнәтергә. Остеохондроз, артрит менән яфаланғанда, уның төнәтмәһен ваннаға өҫтәйҙәр.

Был үләндең тағы бер файҙалы сифаты – ул хәтерҙе яҡшыртыу көсөнә эйә. Йылан тамырын боронғо грек табиптары ошо маҡсатта уңышлы ҡулланған. 10 грамм кипкән, ваҡ­ланѓан япраҡҡа 1 стакан ҡайнар һыу ағыҙып, ярты сәғәт төнәткәс, марля аша һөҙөргә. Һуңынан, 200 миллиграмға еткергәнсе, ҡайнар һыу ҡушып болғаталар. Төнәтмәне 2-3 көн һалҡын урында һаҡарға. Шифа­ны көнөнә 3 тапҡыр, ашарға ярты сәғәт ҡалғас, эсәләр.

yaikrb.com

Остеохондроздан үлән төнәтмәләре
Остеохондроздан үлән төнәтмәләре
Автор:
Читайте нас