Уның хеҙмәт кенәгәһендә ни бары ике яҙма бар: «1977 йылдың 5 ғинуарында фотокорреспондент булып эшкә алынды», «2015 йылдың июнендә вазифаһы ҡыҫҡартылыу сәбәпле эшенән азат ителде». Ә улар араһында — үҙен яратҡан эшенә тулыһынса бағышлаған кеше тормошо: районыбыҙҙың мөhим ваҡиғаларын яҡтыртыу, производство алдынғылары, төбәгебеҙҙә тыуып-үҫкән атаҡлы кешеләр тураһында һөйләү, районыбыҙ тәбиғәтенең иң матур урындары тураһында сюжеттар баҫтырып сығарыу. Кемдер хатта газета хеҙмәткәренең тормошо ваҡиғгаларға бай булыуына көнләшерлек тә.
Бар районға берҙәнбер фотокорреспонденттың ижади биографияһы ысындан да ҡыҙыҡлы: район масштабында барған ваҡмғаларҙың уртаһында булды! Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға hәм оҙатырға, делегация составында төбәк сараларына барырға, кесе ватан тарихына бағышланған күргәҙмәләр, презентациялар әҙерләүҙә ҡатнашырға. Уның иң ҡәҙерле бүләктәренең береһе - район тормошон сағылдырған әҫәрҙәре өсөн Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты дипломы (2004 йыл). Уҙған йылдың сентябрендә Бишбүләк районы ойошторолоуға 95 йыл тулыуға бағышланған фотокүргәҙмә ойошторолдо. Фотостенд күргәҙмәһен асыу ваҡытында авторға тыуған төйәгебеҙҙең тарихи мираҫын һаҡаугға индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙеләр. «Юғары оҫталыҡ hәм профессионализм фотоэштәрҙе геройҙарҙың һүрәттәрен ентекле итеп эшләү, уҙып барыусы осор атмосфераһын тапшырыу мөмкинлеге бирҙе», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды район хзәкимиәтенең сәләмләү һүҙендә.
Уникаль һүрәттәр ысындан да фотокорреспонденттың осҡор ҡарашы менән тәьҫирле һәм уңышлы һүрәтләнгән хистәрҙе сағылдыра. Әле күптән түгел генә район гәзиттәрендәше мәҡәләләрҙең геройҙары, кешеләрҙең фотолары район халҡы араһында бик популяр ине. Был үҙенә күрә бер бүләк, бар районға танылыу маҡтаулы hәм ҙур яуаплылыҡ ине.
Олег Николаевичтың эштәре һөҙөмтәһендә Бөйөк һуғышында ҡатнашыусыларҙыңһәм тыл хеҙмәтсәндәренең фотоһүрәттәре тупланды, улар район тарих-этнография музейында һаҡлана. Идея hәм, иң мөhиме, теге йәки был фотографияларҙың кәүҙәләнеше ҡайҙан килә? Ни өсөн беҙ хеҙмәттәр авторының ысынбарлыҡты шәхси ҡабул итеүен киҫкен тоябыҙ? Яуапты, мoғайын, фотокорреспонденттың тыуыу һәм шәхес булып формалашыу тарихынан эҙләргә кәрәктер. Олег Николаевич Андреев 1956 йылдың 16 февралендә Раиса Елизаровна hәм Николай Терентьевичтың хеҙмәт һөйөүсән ғаиләһендә тыуы. Ул күп балалы ғаиләлә беренсе бала була, һуңынан тағын биш бала дoнъяға килә. Иң өлкән ьбала булараҡ, ата-әсәһенең хужалыҡ буйынса ярҙамсыһы, яҡлаусы hәм кесе йәштәге балалар өсөн ҡайгыртыусан ағай булырға тейеш. Малай яуаплы, тырыш булып үҫә, бәләкәйҙән үк эшһөйәр, аралашыусан була. Барлыҡ балалар ҙа тырышып уҡый, хәрби хеҙмәт уҙа. Ҡушйылға ауылы урта мәктәбен тамамлағас, егет армияға алына hәм Одесса сик буйы отрядына хеҙмәт итeргә ебәрелә, унда ике йыл хеҙмәт итә. Тап бына фотограф-рәссам сифатында хеҙмәт иткәндә, Көнбайыш хәрби округының «Советский пограничник» газетаһы менән актив хеҙмәттәшлек итә башлай. Ваҡыт уҙыу менән, тормош тәжрибәһе туплап, Олег Андреев фото сәнғәте буйынса hөнәри конкурстарҙа ҡатнаша башлай. Уның эштәре hәр ваҡыт иң яҡшылар араһында билдәләнеп үтелә. Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланған «Тарихи мираҫ» номинацияһында уҙған I республика конкурсында ҡатнашып, Олег Николаевичтың ике эше III урын өсөн БР Ижтимағи палатаһы дипломы менән билдәләнә. Кyп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Журналистар берлеге ағзаһы Олег Николаевич Андреевҡа күп кенә ведомство наградалары hәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Бөгөн дә лайыҡлы ялға сыҡҡас, Олег Николаевич райондың, тыуған «Светлый путь» («Якты юлдан») газетаһы редакцияһы коллективының ижтимағи тормошо менән бик ҡыҙыҡһына. Yҙенеn 70 йәшлек юбилейын билдәләп үткәндә, ул элеккесә сафта, hөнәри бурысына тоғро, тыуған яғы, төбәге hәм илебеҙ яңылыҡтары тураһында хәбәрҙәр булырға тырыша.
Елена ЯКОВЛЕВА.
Фото шәхси архивтан