Ауыл халҡы был байрамда әүҙем ҡатнашты. Өҫтәлдәр көҙгө байлыҡтан һығылып торҙо, ҡатын-ҡыҙҙар пирог, ҡайнатма, салаттар, һөт ризыҡтары алып килгәйне. Шулай уҡ күп йыллыҡ үҫемлектәрҙең, гөлдәренең күп төрлө булыуы ҡыуандырҙы. Айырыуса өйҙә бешерелгән ризыҡ ҙур һорау менән файҙаланды. Бында килеүселәр шарлотка, пирог, кекс, пирожкиҙар, вак-бәлеш һатып алды. Шулай уҡ йомортҡа, эремсек, сыр, һөт, ҡаймаҡ, бал, өй туҡмасын һораусылар хәтһеҙ ине.
"Zабота" төркөмө ирекмәндәре МХО-лағыларға һәр яҡлап әүҙемлек күрһәтә. Был сара 2025 йыл - Ватанды һаҡлаусылар йылына бағышланды. Бөтә аҡса (15 мең) яугирҙәргә ярҙамға йүнәлтеләсәк. Байрам түңәрәк табын артында самауыр сәйе эсеү менән тамамланды. Көн оҙоно күңелле көй-моңдар яңғыраны. Байрам яҡшы кәйеф, бик күп сағыу һәм онотолмаҫлыҡ хистәр бүләк итте.
Фотолар https://vk.com/club115619681