

Быйылғы йылда Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса 10 күпер яҡшы хәлгә килтереләсәк, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт министрлығынан.
Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 1500 погон метрҙан ашыу тәшкил итәсәк. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған иң ҙур объекттар булып Борай һәм Дүртөйлө райондарында Тере Танып йылғаһы аша ике күперҙе реконструкциялау, Дүртөйлө районында Дүртөйлө − Нефтекама автомобиль юлында Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе, Мәсетле районында Кропачево — Мәсәғүт — Әчит юлындағы Әй йылғаһы аша яһалма ҡоролманы йүнәтеү, Дәүләкән районында Дәүләкән — Талбазы автомобиль юлындағы Дим йылғаһы аша кисеүҙәр һәм башҡалар тора.
- Был күперҙәр республика халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн мөһим роль уйнай, улар тура юлды тәьмин итә, ҙур булмаған ауылдарҙы тоташтыра, федераль трассаларға барып етергә мөмкинлек бирә. Бөтә күперҙәрҙә лә эштәр тулы көсөнә бара, - тип билдәләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков.
Юл эштәрен башҡарыу ваҡытында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн реверсив хәрәкәт ойошторола, тиҙлек сикләүҙәре индерелә һәм юл хәлен контролдә тотоу көсәйтелә.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://web.max.ru/-68438752698426