

Элек-электән өлкән йәштәгеләр өлгө, зирәклек, ғәҙеллек, рухи көс hәм изгелек үрнәге булып һаналған. Ныҡышмалылыҡ һәм хеҙмәт һөйөүсәнлек уларҙың тормош юлдарында тоғро юлдаш булған. Уларҙың ғүмерҙәре ысын күңелдән һоҡланыу һәм хөрмәт уята торған кешеләр быуынына ҡарай. Уларҙы бер һүҙ менән генә тасуирлап була — ысын хеҙмәт эйәләре.
Зоя Шәрәфуллина 1938 йылда Ҡаныҡай ауылында тыуып үҫә, уның бала сағын бәхетле hәм ҡайғыһыҙ, тип әйтеп булмай. Ҡыҙға өс йәш тулғанда, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Һуғыш осоро балалары етемлек әсеһен итә татый, ҡапыл өлкәнәйәләр. Һуғыш тамаманғас та, өлкәндәр менән бергә эшләйҙәр. Зоя Мөхәрәм ҡыҙы Бишбүләк ауылында туғыҙ айлыҡ шәфҡәт туташтары курсын тамамлағандан һуң, 1957 йылда Ҡунаҡҡол ауылына фельдшер-акушерлыҡ пунктына эшкә ебәрелә. 1959 йылда йәш Зоя ошо ауыл егете Рауил Шәрәфуллинға кейәүгә сыға. Фельдшерҙың эше ул йылдарҙа еңелдән булмай — үҙҙәренә утын әҙерләргә, бинаны йылытырға, йыйыштырырға, шприцтар ҡайнатырға тура килә. Иғтибарлылыҡ, сабырлыҡ, яуаплылыҡтың юғары дәрәжәһе, төплө һөнәри белем, хеҙмәткә ҙур һәләтлелек — медицина хеҙмәткәренең hөнәри яраҡлалығына ҡараған шәхси сифаттарҙың тулы исемлеге былар ғына түгел. Өҫтәүенә, Ҡунаҡҡолдан тыш, күрше Ҡасим, Разия, Веселая Роща ауылдарына ла халыҡты хеҙмәтләндерергә кәрәк була. Ләкин штат ҡыҫҡартылыу сәбәпле, уға өйрәнгән эшен ҡалдырырға тура килә, hәм хаҡлы ялға сыҡҡансы, Зоя Мөхәрәм ҡыҙы ауыл элемтә бүлегендә почта таратыусы булып эшләй.
— Әлбиттә, ул ваҡытта эш бер аҙ башҡасараҡ ине. Совет осоронда ауыл халҡы бик күп гәзит-журналдар алдыра, йыш хаттар яҙа, ҡотлау открыткалары, телеграммалар ебәрә ине, — ти хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны. — Беҙҙең өсөн иң мөhиме шундай күҙгә артыҡ салынмай торған, ләкин ауыл халҡы өсөн бик әһәмиәтле әйберҙәрҙән шатлыҡ табыу ине: берәүҙәргә — йылмайыу, икенселәргә — яҡшы һүҙ әйтеү, өсөнсөләргә — гәзит-журналдарға яҙылырға иҫтәренә төшөрөү. Ә шуларҙан ауыл кешеһенең күңеле күтәрелеп китә. Беҙ бит ул саҡта күп аҡса өсөн эшләмәнек. Төп эшемдән тыш, йәмәғәт тормошонда ла ҡатнаштым, агитатор, комсомол ойошмаһы секретары, судта халыҡ ултырышсыһы булдым, сельпо магазинына ревизия комиссияһы составында эшләнем.
Ул теләһә ниндәй эшкә hәр ваҡыт яуаплы ҡараған, шуның өсөн бер нисә тапҡыр Рәхмәт хаттары, Мактау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр меннә бүләкләнгән. Оҙон ғүмеренең сере тураһында һорағас, хеҙмәт ветераны мин тормошто бик яраттым, бер кемгә лә асыуланманым, әрләшмәнем hәм, ни генә булмаһын, һәр иртәне шатланып ҡаршы алдым, ти.
Улар ире Рауил Дәүләт улы менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр — Зилмира, Зимфира, Рәфил hәм Рөстәм. Балалары барыһы ла намыҫлы, тәртипле hәм хеҙмәт һөйөүсән кешеләр булып үҫкән. Улар тормошта үҙ урындарын тапҡан. Һәр ҡайһыһының үҙ ғаиләләре бар. Ҡыҙҙары инде үҙҙәре пенсияла, ә улдары Себерҙә эшләүҙәрен дауам итә. Ата-әсә йортона йыш ҡайтып йөрөйҙәр. 1984 йылда Рауил Дәүләт улы вафат була. Бөгөн изге күңелле, ҡайғыртыусан, бәхетле өләсәйҙе ейәндәре һәм бүләләре һөйөндөрә. Улар hәм балалары өсөн Зоя Мөхәрәм ҡыҙы аҡыллы кәңәшсе, хеҙмәткә ҡарата лайыҡлы мөнәсәбәт hәм тормошто һөйөү үрнәге булып тора. Ул бөгөнгө көндә намыҫлы хеҙмәт иткәне hәм кешелeргә ҙур файҙа килтерә алғаны менән бәхетле.
Илшат ХӘЙРЕТДИНОВ.
Фото Зоя Шәрәфуллинаның шәхси архивынан.