

Урмандар, ялан-ҡырҙар, тауҙар менән уратып алынған табиғәт ҡосағында, Саҡмағош йылғаһының һул яҡ ярында Алексеевка ауылы урынлашҡан. Ул Бишбүләк районының Айыт ауыл Советына керә. Тарихи материалдар буйынса, алыҫ 1898 йылда Белоруссиянан күсеп килеүселәр Алексей Жуков етәкселегендә Ырымбур сиге янында ер һатып алғандар. Уларға ер оҡшаған, бында ҡырағай йәнлектәр, бәшмәк, еләк-емеш, урмандар, киң яландар күп була. Һәм ошо матур урында йәшәй башлағандар. Шунан бирле бик күп ваҡыт үтеп киткән. Ҡасандыр шау-шыулы, эш ҡайнап торған, hәр йортта бер нисә бала үҫкән ауыл бөгөн, бер аҙ үҙгәргән булһа ла, үҙенең ҡәҙимге тормошо менән йәшәй. Хәҙерге ауыл тормошо балаларын тыуған ояларынан сығарған hәм бәхетле ҡартлыҡ көндәрендә йәшәгән ата-әсәләр тормошона оҡшап ҡалды.
Бында халыҡ яҡшы күңелле, яуаплы hәм хеҙмәт һөйөүсән. Шундай кешеләрҙең береһе Флүзә Ғәли ҡыҙы Турленко инде 39 йыл тормош иптәше Михаил Виталович менән татыу ңғүмер кисерә һәм 40 йыл ФАПта фельдшер булып эшләй. Флүзә Ғәли ҡыҙы ауыл кешеләре өсөн үҙенә тарта торған яҡтылыҡ нуры — ул барыһы менән дә үҙенең мәрхәмәтлелеге һәм иғбарлылығы менән уртаҡлаша. 1986 йылда йәш ҡыҙ медицина училищеһын тамамлағандан һуң ауылға эшкә килә. Ул үҙе Бикҡол ауылынан. 1987 йылда Михаилды осрата hәм, өйләнешкәс, Алабуға ҡалаһына йәшәргә китәләр. Йәш парҙың эше лә яҡшы, торор урындары ла була. Ләкин тыуған ерҙәрҙе һағыныукөсоө булып сыға, улар тыуған яҡтарына ҡабат әйләнеп ҡайта. Тормош юлдарын бында — Алексеевкала дауам итәләр. Улдары Виталий hәм ҡыҙҙары Еленаны үҫтерәләр, уларға юғары белем, тормошта дөрөҫ йүнәлеш бирәләр.
Флүзә Ғәли ҡыҙының ире фермер. Yҫемлекселек менән шөғөлләнә. Ул иренә барыһы өсөн дә, бигерәк тә ярҙам иткәне өсөн рәхмәтле. Ауыл фельдшерының хеҙмәте еңел түгел бит: отчеттар менән дә, дарыуҙар алырға ла, кәңәшмәләргә лә барырға кәрәк. Ҡайһы берҙә пунктта нимәнелер ремонтларға кәрәк — иренең алтын ҡулдары hәр ваҡыт ярҙамға килә. Күп ваҡыт ир-ат көсө кәрәк: ҡышын ҡар таҙартыу, йәйгеһен үлән сабыу hәм башҡа эштәр. Ауыл фельдшерының эш көндәре бына шулай йылдан-йыл һуҙыла.
— Элек, әлбиттә, ауылда күңеллерәк ине. Балалар күп булды. Хәҙер каникул ваҡытында ғына ҡайталар, уйнайҙар — күңелле була. Ауылда хәҙер пенсионерҙар ғына ҡалды. Ауылдың үҫеүен теләйбеҙ, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул һүнә бара, — тип үҙ кисерештәре менән уртаҡлашты Флүзә Ғәли ҡыҙы.
Ирле-ҡатынлы Турленколар ҡала тормошоноң шау-шыуынан hәм ығы-зығыһынан йыраҡта тыныс тормош һайлағандар. Бында уларҙың көйләнгән тормоштары, табиғәте, саф hауаһы, ҙур матур уңайлы йорттары, хужалыҡтары hәм яратҡан эштәре бар. Өфөлә йәшәүсе һәм эшләүсе балалары ата-әсәләренә төрлөсә ярҙам итәләр, ейәнсәрҙәре Рита менән Алиса каникулдарҙа ҡайтып, өләсәһе менән олаталарын шатландыралар. Флүзә Ғәли ҡыҙы үҙ эшен бик ярата. Кешеләргә ярҙам итеү- ул уның бурысы.
— Эшкe рәхәтләнеп йөрөйөм. Элекке заманға ҡарағанда, хәҙер эшләүе күпкә еңелерәк. Ауылға килгән саҡта газ да юҡ ине. Мейескә яғып, һыуҙы колонканан ташып, шприцтарҙы электр плиткаһында ҡайната инек. Ә хәҙер ауыл халҡына медицина хеҙмәте күрһәтеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар. Бинала йылы hәм таҙа. Препараттарҙы һаҡлау өсөн һыуытҡыстар бар. Шуныһы ҡыуандыра, интернет, компьютер бар, hәм ПроМед менән файҙаланыу мөмкинлеге бар. Электрон йүнәлештәр керетәбеҙ, анализдар һөҙөмтәләре менән танышабыҙ. Район hәм респуюлика дауаханаларының тар белгестәре менән онлайн-консультациялар үткәрәбеҙ, пациентты үҙәк район дауаханаһына йәки ҡалаға ебәреү кәрәк түгел. Ситтән тороп консультация алдынан билдәле бер табипҡа ғариза бирелә, ауырыуҙың белешмәләре, зарланыуҙары, анализ, тикшереү һөҙөмтәләре индерелә. Беҙҙең районда халыҡты диспансеризациялау буйынса эш яҡшы тора. Бының өсөн алып барыу ойоштролған. Yҙәк район поликлиникаһына алдан хәбәр ителә, исемлек төҙөлә, анкеталар әҙерләнә. Шунан һуң кешеләргә хәбәр итәбеҙ hәм тикшереннеү үтергә алып барабыҙ. Бында улар флюорография, ЭКГ уҙалар, анализдар тапшыралар, медицина тикшереүҙәре уҙалар. Беҙҙең участок терапевты Гөлназ Марс ҡыҙы Миhранова кешеләргә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бар көсөн бирә. Ҡаланыҡылар менән сағыштырғанда, беҙҙә диспансеризация яҡшыраҡ ойошторолған. 2026 йылда республикабыҙҙа «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. Табип-белгестәр, халыҡ тикшеренеү уҙһын өсөн, ауылдарға үҙҙәре килә. Был ауыл кешеләре өсөн бик уңайлы. Район дауаханаһының баш табибы Марат Фәнил улы Абдуллин ярҙамы менән был эш юғары дәрәжәлә ҡуйылды. Беҙ, ауыл фельдшерҙары, уның иғтибарын hәм ярҙамын тоябыҙ, бының өсөн рәхмәтлебеҙ, — тип һөйләне фельдшер.
Флүзә Турленконы оло йәштәгеләрҙең үҙ һаулыҡтарын ҡайғыртыуы һөйөндөрә. Билдәләнгән дауалау ваҡытында башҡарыла. Күптәр үҙҙәре өсөн сәләмәтләндереү физкультураһын аса. Флүзә Ғәли ҡыҙы үҙе скандинав йөрөшө менән шөғөлләнә һәм был спорт төрөнә ауылдаштарын да йәлеп итә. Ул үҙ ғүмерен ауылға hәм медицинаға бағышлауына бер ҙә үкенмәй. Ул барлыҡ ауылдаштарына рәхмәтле. Милләт hәм дин айырмаһы булыуға ҡарамаҫтан, улар hәр ваҡыт уртаҡ тел табалар, бер-береһенә тәрән хөрмәт менән ҡарайҙар һәм ҙур бер ғаилә булып йәшәйҙәр. Флүзә Ғәли ҡыҙы тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Табиғәттән рухи көс ала, ире менән туғандарына hәм яҡындарына ҡунаҡҡа бара, сәйәхәт итә, актив тормош алып бара hәм, иң мөhиме, инде тыуған ауылында кәрәкле кеше булып ҡала!
— Медицина хеҙмәткәре булараҡ шуны әйткем килe: барыһы ла үҙ һаулыҡтарын күҙәтеп торһондар, вакытында тикшерyлeр узсыннар. Тормош hәм сәләмәтлек сифаты, нигеҙҙә, кешенең үҙенә, уның көнүҙәк хәл-торошона бәйле. Барыһына ла дөрөҫ туҡланыу, күберәк хәрәкәт hәм позитив теләйем! — ти шәфҡәт туташы.
Быйыл ул дауалау-профилактика эшендә ирешкән уңыштары өсөн район үҙәк дауаханаһының hәм Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау отличнигы исеменә лайыҡ булған.
Зөлфиҙә МУЛЛАҒӘЛИЕВА.
Автор фотоһы.