

Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, уны Англия ашнаҡсылары король Георг IIIтең ҡатыны Шарлотта өсөн уйлап тапҡан. Ул ваҡытта бисквит киҫәктәрен сиропка манып, алма эслеге менән сиратлаштырып теҙгәндәр. Хәҙер был ризыҡты бешереүҙең ниндәй генә төрҙәре юҡ. Шуларҙың береһен һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.
Кәрәкле ингредиенттар:
Эш барышы:
Йомортҡаның ағын һарыһынан айырабыҙ. Тәрән һауытта йомортҡа ағына ½ стакан шәкәр ҡомо ҡушып, күбекләнгәнсе яҡшылап болғатабыҙ. Һарыһын ҡалған шәкәр менән ҡабартабыҙ һәм ағы янына һалабыҙ, барыһын бергә бутайбыҙ. Ҡатнашмаға әкренләп он, тоҙ, сода өҫтәйбеҙ. Төйөрҙәр ҡалмаһын өсөн, һәр ваҡыт болғатып торабыҙ. Ҡамыр ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш.
Йыуылған алманы турап, майлаған табаның төбөнә теҙәбеҙ. Улар ҡапланырлыҡ итеп, өҫтөнә ҡамыр ағыҙабыҙ.
180° ҡа ҡәҙәр йылытылған мейестә 30-45 минут бешерәбеҙ.
Аштарығыҙ тәмле булһын!