

Аҙнай ауылында йәшәүсе Люциә Шәмсетдин ҡыҙы — хеҙмәт ветераны: ғүмере буйы тыуған ауылында һатыусы булып эшләгән. Ул “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сауҙа хәҙмәткәре” исеменә лайыҡ булған.
Йәмле июль айында Люциә Шәмсетдин ҡыҙы 85 йәшлек билдәләп үтте. Оло йәштә булһа ла, ул әле лә әүҙем тормош алып бара, хәрәкәттә - бәрәкәт тип, көн һайын тигәндәй, мәктәп бинаһында урынлашҡан ирекмәндәр штабына килә. Маскировка селтәрҙәре үргәндә кеше ни тиклем күберәк булһа - шул тиклем яҡшыраҡ. Бер нисә өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ менән таҫмаларҙы киҫеп тороусы ағинәй “ултырып эшләй алам, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам”, ти. Оптимистик ҡарашлы инәй бындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙы һыйлау өсөн йыш ҡына тәмле ризыҡтар ҙа әҙерләп алып килә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам күрһәтеү буйынса ысын мәғәнәһендә ирекмәндәр рәтен тулыландырған ағинәйҙең йөрәге яугирҙар менән, һәм ул уларға тиҙерәк Еңеү теләй.
Тирә-яҡты йыйыштырыу буйынса өмәләрҙә ҡатнаша, мәсеттәге һәм мәҙәниәт йортонда уҙған сараларҙан да ситтә ҡалмай. Арабыҙҙағы иң өлкән йәштәге Люциә апайҙы беҙ ҙә, ауыл ирекмәндәре, күркәм юбилейы менән ҡотлап, уға самауыр бүләк иттек. Күмәкләшеп мул табын артына ултырып, сәй эскәндә, “минең өсөн шундай байрам ойоштороуығыҙға рәхмәт, көтмәгәйнем - бигерәк ҙурланығыҙ” - тип һөйөнөсөн белдерҙе бындай бүләк алыуына күңеле тулған ағинәй.
Люциә апай тормош юлдашы Тимербулат ағай 65 йыл бергә ғүмер кисерә.
Улар әле һаман да баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай. Тәҙрә төптәрендә гөлдәре күҙ яуын алһа, баҡсаһында сәскәләре иртә яҙҙан алып көҙҙөң һуңғы көндәренә тиклем балҡып ултыра.
Ауылыбыҙҙа шундай үрнәкле ағинәйебеҙ булғанға һөйөнәбеҙ. Уға тыныс ҡартлыҡ, алдағы көндәрҙә лә шулай әүҙем булыуын, изге кәңәштәрен ауылдаштарына биреп йәшәүен теләйбеҙ.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотолары.