

Ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан ирекмәндәр штабында эштең туҡтап торғаны ла юҡ. Тилбер ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар маскировка селтәрҙәре үреү, "кикимора" костюмдары әҙерләүҙе дауам итә. был юлы уларға ярҙамға балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылар ҙа ҡушылған.
Маскировка селтәрҙәренә бөгөн алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙ бик мохтаж. Был еңел булмаған, таһыллыҡ, оҫталыҡ талап иткән эш өсөн күпме материал да кәрәк. Тик ниәттәре ҡатмарлы шарттарҙағы хәрбиҙәргә ярҙам итеү теләге булған ҡатын-ҡыҙҙар бөтә күңелдәре менән изге теләктәр теләп, ихлас башҡара был эште. Бөтәһе лә Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тырыша!
"Бөтәһе лә фронт - Бишбүләк" төркөмөнән