Дим буйҙары
+15 °С
Дождь
Общие статьи
17 Августа , 07:41

Проект алты төбәктә эш башлаясаҡ

Президент гранттары ярҙамында тормошҡа ашырылыусы “Йылғалар амбассадорҙары” проекты Һарытау, Һамар, Волгоград, Ярославль, Түбәнге Новгород өлкәләре муниципалитеттарын һәм Башҡортостанды берләштерәсәк.

Проект алты төбәктә эш башлаясаҡПроект алты төбәктә эш башлаясаҡ
Проект алты төбәктә эш башлаясаҡ

“Экологик именлек” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда уңышлы һөҙөмтә күрһәткән үҙенсәлекле экологик белем моделе Рәсәйҙең алты төбәгенә таратыласаҡ.

Президент гранттары ярҙамында тормошҡа ашырылыусы “Йылғалар амбассадорҙары” проекты Һарытау, Һамар, Волгоград, Ярославль, Түбәнге Новгород өлкәләре муниципалитеттарын һәм Башҡортостанды берләштерәсәк. Төбәк экологик ирекмәндәр хәрәкәте яңы системалы үҫеш аласаҡ  пилот биләмәләре иҫәбенә индерелгән.

“Йылғалар амбассадорҙары” – Бөтә Рәсәй “Водорослям крышка” проектының дауамы. Пластик ҡапҡастар йыйыу һыу экосистемаларына аныҡ ярҙам булып тора.

Яңы этап муниципаль райондарҙа аңлатыу эшен көсәйтәсәк. Йыл дауамында педагогтар уҡыясаҡ, методик материалдар аласаҡ, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында экологик дәрестәр һәм ҡапҡастар йыйыу буйынса акциялар үтәсәк.

– Беҙҙең республика – проектта ҡатнашыусы ғына түгел, ә проект драйверҙарының береһе.  Үткән этаптарҙа төбәк бик яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Эшкәртеүгә 2,6 тонна пластик ҡапҡас тапшырылды, Ағиҙел йылғаһына бер мең селбәрә ебәрелде, – тине тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

“Экология именлеге” милли проекты сүп-сар өйөмдәрен артабан да утилләштереүгә, зарарлы объекттарҙы бөтөрөүгә, икенсел сеймалды файҙаланыуҙы дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ йорттарҙа заманса экологик ҡаҙандар урынлаштырыу һәм күмер ҡаҙандарын яңыртыу мәсьәләһе лә ҡарала. Тағы ла бер йүнәлеш – һыу объекттарын тергеҙеү, урмандарҙы һаҡлау, биологик төрлөлөктө һаҡлау. Айырыуса һаҡлауға мохтаж яңы тәбиғәт биләмәләре барлыҡҡа киләсәк.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан.

Проект алты төбәктә эш башлаясаҡ
Проект алты төбәктә эш башлаясаҡ
Автор:
Читайте нас