Дим буйҙары
+21 °С
Ясно
ИҠТИСАД
15 Мая 2019, 18:29

Төбәктә эшһеҙлек пособиеһының уртаса күләме — 6 мең һум

Башҡортостанда эшһеҙлек пособиеһының уртаса күләме апрелдә 5 909 һум йәки эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 63,1% булған.

«Төбәктә халыҡтың 38% — минималь, ә 33,9% максималь күләмдә эшһеҙлек пособиеһын ала», — тине ведомствоның матбуғат секретары Роза Кузьменко.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны 87,1 мең кеше тәшкил итә. Уларҙың 24 меңгә яҡыны — рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр.

2018 йылдың ноябрендә — 2019 йылдың февралендә эшсе көстәрҙе һайланма тикшереү мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны — 1,9 миллион кешенән ашыу.
Читайте нас