Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
2 Ноябрь 2019, 20:24

Санкт-Петербургта һыу аҫты кәмәләре төҙөлә

“Өфө” һәм “Магадан” дизель-электр субмариналары Тымыҡ океан флоты өсөн тәғәйенләнгән.

Караптарға нигеҙ һалыу айҡанлы, Санкт-Петербургта тантаналы сара үтте. Был әһәмиәтле ваҡиға, бер юлы ике кәмә төҙөй башлау завод өсөн дә, хәрби флот өсөн дә һирәк күренеш.

636.3 проекты кәмәләре өсөнсө быуын субмариналарына ҡарай. Улар әкрен тауышлы һанала. Был һыу аҫты кәмәләре "Калибр-ПЛ" ҡанатлы ракеталарын ташыясаҡ. 300 м тәрәнлектә йөҙә ала, автономлы рәүештә 45 тәүлек йөрөй, экипажында 52 кеше.
Читайте нас: