Ведомство 80 миллион һумға һигеҙ рентгенография комплексы һәм 80 миллион һумлыҡ томограф алырға йыйына. Ҡорамалдар 2019 йылдан да алда етештерелгән булмаҫҡа тейеш. Томограф баш ҡаланың 21-се дауаханаһы өсөн тәғәйенләнһә, рентген аппараттарын Красноусол, Благовещен, Учалы, Ишембай, Краснокама, Мәләүез, Мораҡ район дауаханалары һәм Стәрлетамаҡтағы балалар дауаханаһы өсөн һатып алырға ниәтләйҙәр.
Медицина тармағында һуңғы йылдарҙа ыңғай үҙгәрештәр йылдам бара. Мәғлүм булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республикала яңы объекттар төҙөлә, ҙур суммалар медицина учреждениеларын төҙөкләндереүгә, заманса ҡорамалдар һатып алыуға тотонола. Шулай уҡ кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә лә иғтибар бүленә, сөнки юғары квалификациялы белгестәрһеҙ халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын яҡшыртып булмай.
Мәғлүм булыуынса, республика етәкселеге медицина учреждениеларын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен өҫтөнлөклө йүнәлештәр иҫәбенә ҡуя. Был эштең аныҡ һөҙөмтәләрен күрәбеҙ: Башҡортостандың төрлө медицина ойошмаларында кадрҙар дефициты һиҙелерлек кәмене.