Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
18 Март 2020, 18:40

Эшҡыуарҙарға күпме аҡса бүленәсәк?

Республиканың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова белдереүенсә, быйыл эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн республика һәм федераль бюджеттан 2,318 миллиард һум аҡса бүленгән.

Уны бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 20,7 мең субъекты аласаҡ. Был мәғлүмәттәрҙе ул бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында еткерҙе.
Был аҡсалар “Эшҡыуарҙар башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты һәм “Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү” дәүләт программаһы сиктәрендә бүленгән.
Аҡсаның 106,21 миллион һумы ташламалы финанслау һәм финанс баҙарына инеү мөмкинлектәрен киңәйтеүгә йүнәлтелә. 266 миллион һумдан ашыуы фермерҙар һәм ауыл хужалығы кооперацияларына ярҙам системаһын булдырыуға тотоноласаҡ. 32,4 миллион һум эшҡыуарлыҡты популялаштырыу өсөн кәрәк буласаҡ.
771 миллион һум бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерацияға (компанияға үҫешенең башланғыс этабында интенсив ярҙам күрһәтеү) тотоноласаҡ.
Башинформ.
Читайте нас: