Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
24 Март 2020, 11:59

Ағиҙел аша яңы күпер төҙөләсәк

Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә Воровский урамы тәңгәленән Ағиҙел аша күпер төҙөләсәк. Бөгөнгө көнгә башҡарылған эш күләме - 40 проценттан ашыу.

Ағиҙел аша һалынған яңы күпер төҙөлөшөн 2021 йылға тамамларға иҫәп тоталар. Эштәр алдан билдәләнгән графикҡа ярашлы алып барыла.
– Эштәр тәүлек әйләнәһенә ике сменала алып барыла. Участкала 200-ҙән ашыу эшсе көс йәлеп ителгән. Төҙөлөштө өҙөклөкһөҙ дауам итеү, темпты кәметмәү өсөн өҫтәмә техника ла йәлеп ителә, – тип билдәләне “Уралмостострой” йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса генераль директоры урынбаҫары Василий Чекуров.
Әле йылға үҙәненән башҡа төп таяуҙар тулыһынса ҡуйылған, төҙөлөш участкаһына 1000 тоннанан ашыу металл конструкция алып киленгән, уларҙы монтажлау буйынса әҙерлек эштәре дауам итә.
Эштәр яҙғы осорҙа ла туҡтамаясаҡ. Күпер төҙөүселәр әйтеүенсә, ташҡынға ҡаршы төп саралар тулыһынса тиерлек күрелгән. Бөгөнгө көндә бишенсе таяуҙы бетонлау буйынса эштәр алып барыла, был иһә яҙғы ташҡын мәлендә, һыу кимәленең күтәрелеүенә ҡарамайынса, башҡа таяуҙарҙа эштәрҙе дауам итергә мөмкинлек булдырасаҡ.
Белеүегеҙсә, 688 метр оҙонлоҡтағы был күпер Ағиҙел аша һалынған “яңы” һәм “иҫке” күперҙәр араһына төҙөлә һәм автомобилдәр хәрәкәте өсөн өҫтәмә өс һыҙат барлыҡҡа килтерәсәк. Яңы күперҙәге хәрәкәт бер яҡлы, йәғни Ырымбур йүнәлешендә буласаҡ.
"Башҡортостан".
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: