Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
25 Март 2020, 11:05

Уҡытыусыларға коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү сығымдарын компенсациялау планлаштырыла

Рәсәй Мәғариф министрлығы «Мәғариф тураһында»ғы законға төҙәтмәләр әҙерләне. Тәҡдимдә ауылда эшләүсе уҡытыусыларға коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса ташламалар исемлеген арттырыу планлаштырыла. Был турала министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән ТАСС хәбәр итә.

«Ауылдарҙа, эшселәр биҫтәләрендә, ҡала тибындағы ҡасабаларҙа, йәки 50 меңдән артмаған кеше йәшәгән ҡалаларҙа эшләүсе педагогтарға торлаҡ өсөн коммуналь хеҙмәттәргә түләү сығымдарын компенсациялау планлаштырыла. Унда йылылыҡ һәм электр өсөн компенсация ла инә», тейелә хәбәрҙә.
Билдәләп үтелгәнсә, сығымдарҙы ҡаплау күләмен, уның шарттарын һәм тәртибен Рәсәй Хөкөмәте һәм төбәктәр раҫлаясаҡ. Компенсация өсөн аҡсаларҙы федераль бюджеттан һәм субъекттар бюджеттарынан бүлеп биреү планлаштырыла.
Ауылда эшләп йөрөүсе уҡытыусыларға күп кенә социаль ярҙам саралары ҡаралған, шул иҫәптә «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы ла бар.
Автор: Эльдар Фаттахов
Башинформ.
Читайте нас: