Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
31 Март 2020, 11:30

Ветерандар түләүҙәрҙе апрелдә үк ала башлаясаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хеҙмәт министрлығына һәм Рәсәй Пенсия фондына (ПФР) Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Бөйөк Еңеүҙең юбилейына ҡарата түләнәсәк аҡсаны апрелдә үк бирергә ҡушты. Был туралағы ҡарар Кремлдең сайтында баҫылып сыҡты.

"Рәсәй Хеҙмәт министрлығы менән Рәсәй Пенсия фонды менән берлектә 2020 йылдың апрелендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Рәсәй Федерацияһы президентының 2020 йылдың 7 февралендәге 100-сө һанлы күрһәтмәһенә ярашлы Рәсәй Федерацияһының айырым категорияһына бер тапҡыр түләнә торған сумманы түләргә",- тиелә документта. Унан алдараҡ Пенсия фонды кәрәкле сумманың кредит ойошмаларына һәм "Рәсәй Почтаһы"на ебәрелеүе тураһында хәбәр иткәйне. Ветерандар түләүҙәрҙе апрелдә үк ала башлаясаҡ
ВладимирПутин
Читайте нас: