Төбәктәрҙә ҡаралған махсус түләүҙәр ҙә һаҡланып ҡалырға тейеш. Был турала Рәсәй президенты В.В.Путин төбәк етәкселәренә мөрәжәғәтнамәһендә әйтте.
Быға тиклем ил башлығы төбәк етәкселәренә коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар менән эшләгән хеҙмәткәрҙәргә 1 апрелдән махсус федерль түләү индереүҙе ҡарарға ҡушҡайны. Табиптарға өҫтәмә түләү 80 мең һум, медицина персоналдарына — 50 мең шәфҡәт туташтарына — 25 мең, тиҙ ярҙам табиптарына — 50 мең, фельдшерҙарға һәм тиҙ ярҙам машинаһы водителдәренә— 25 мең һум түләү ҡаралған.
Һуңғы күрһәтмәләр буйынса Рәсәйҙә коронавирус киҙеүен эләктереүселәр һаны 8672-гә еткән. Ауырыусыларҙың күбеһе Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында теркәлгән. Чукотка, Алтай Республикаһында, Ненец автономном округында һәм Тувала был киҙеү менән ауырыусылар әлегә юҡ.