Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
9 Апрель 2020, 11:19

Путин эшһеҙ ҡалған ата-әсәләргә балалар өсөн өс мең һум түләргә тәҡдим итте

Ата-әсәләре эшһеҙ ҡалған ғаиләләрҙә яҡындағы өс айҙа 18 йәшкә тиклемге һәр бала өсөн өҫтәмә аҡса түләнергә тейеш. Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәк башлыҡтарына ошондай тәҡдим менән мөрәжәғәт итте.

«Яҡындағы өс айға һәр бәлиғ булмаған балаға айына тағын 3 мең һум түләргә тәҡдим итәм», - тине Владимир Путин.
Өҫтәмә финанс ярҙамы өс ай дауамында түләнергә тейеш.
Бынан тыш, ғаиләләр эшһеҙлек буйынса пособиеға һәм башҡа түләүҙәргә иҫәп тота ала. Быйыл сроктан алда, июндә 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә түләүҙәр күсерелә башлай.
#В.ПУТИН
Читайте нас: