Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
10 Апрель 2020, 12:03

Экспортёрҙарға – субсидия

20 апрелдән Башҡортостанда Халыҡ-ара сертификацияға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплатыу буйынса тауарҙарын экспортҡа сығарыусы эшҡыуарҙарға субсидия биреү буйынса ғаризалар ҡабул итеү башлана. Был турала Рәсәйҙә беренселәрҙән булып Башҡортостан Республикаһы Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты белдерҙе.

Субсидияның иң ҙур күләме – 2 миллион һумға тиклем. Башҡортостанда экспортерҙарҙың сығымдарын өлөшләтә ҡаплатыу РФ Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты һәм “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Программала сеймал һәм энергетик булмаған тауар етешереүсе урта һәм бәләкәй предприятиелар ҡатнаша ала.

Ғаризалар БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13-сө йорт.

Программала ҡатнашыу буйынса һорауҙарығыҙ булһа, 8(347)280-87-17 телефоны буйынса йәки электрон почта ([email protected].)аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Фото: ufaved.info

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#Башҡортостанпроекттары

Читайте нас: