Дим буйҙары
+19 °С
Дождь
ИҠТИСАД
27 Апреля 2020, 08:31

Черниковкала ҙур төҙөлөштәр көтөлә

Өфө хакимиәте Кремльевская, Кольцевая, Коммунаров һәм Черниковская урамдары менән сикләнгән 10,23 гектар майҙанды планлаштырыу проектын хупланы.

Документтар буйынса, 15-25 ҡатлы дүрт йорт төҙөү ҡаралған. Бының өсөн дөйөм майҙаны 16 мең квадрат метр булған ике ҡатлы 31 тораҡ йорт һүтеләсәк. Күп ҡатлы йорттарҙан тыш, 200 уҡыусыға иҫәпләнгән башланғыс мәктәп төҙөү ҙә планлаштырыла. Шулай уҡ 1424 машинаға ер аҫты парковкалары төҙөләсәк. Кольцевая урамы буйлап йәйәүлеләр һәм велосипедсылар юлдары, дарыухана пункттары, һөт кухняһы, көнөнә 200 кешене ҡабул итә алырлыҡ поликлиника, сауҙа нөктәләре, кафелар, спорт залдары, кер йыуыу һәм таҙартыу салоны төҙөү планлаштырыла. Документтарҙан күренеүенсә, яңы йорттар 4 618 кешегә иҫәпләнгән.
Былар барыһы ла ил етәксеһе Владимир Путиндың май указдарына ярашлы “Уңайлы ҡала мөхитен төҙөү” милли проекты сиктәрендә башкарыла.
Читайте нас