Дим буйҙары
+27 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
18 Мая 2020, 06:12
140 меңдән ашыу аҙыҡ-түлек йыйылмаһы тапшырылған
16 апрелдән 15 майға тиклем Башҡортостанда “Юғары әҙерлек” режимы шарттарында республика халҡына ярҙам күрһәтеү өсөн өс социаль проект-“Башҡортостан аҙыҡ-түлеге. Һеҙҙең хаҡта хәстәрлек күреп!”, “Беҙ бергә” һәм “Һеҙгә, туғандар”тормошҡа ашырылды.
Уларға ярашлы 94,5 миллион һумлыҡ 140 меңдән ашыу аҙыҡ-түлек йыйылмаһы тапшырылды. “Берҙәм Рәсәй” партияһы ҡарамағындағы Берҙәм ирекмәндәр үҙәгенән, Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү үҙәгенән өс меңдән ашыу ирекмән һәм “Ғаилә” үҙәге белгестәре муниципаль берәмектәрҙәге мохтажлыҡ кисергән кешеләргә урындағы етештереүселәрҙең аҙыҡ-түлек йыйылмаһын тапшырҙы.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Секретары, республика Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы буйынса “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге. Һеҙҙең хаҡта хәстәрлек күреп!” проекты тормошҡа ашырылды. Уға төбәктәге Интер РАО ЕЭС, Башҡортостан сода компанияһы һәм Урал тау-металлургия компанияһы кеүек ҙур предприятиелар ҡушылды. Бағыусылар 100 мең аҙыҡ-түлек йыйылмаһы һатып алыу өсөн 70 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтте.
Мохтажлыҡ кисергәндәр категорияһына балаға айлыҡ пособие алған, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр (79009 йыйылма), Башҡортостандағы дини конфессиялар вәкилдәре (3000 йыйылма), ауыр хәлдә ҡалған кешеләр инде.
“Беҙ бергә” акцияһы барышында республикала йәшәүсе аҙ тәьмин ителгән өлкән йәштәге 40 мең кешегә 20 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелде. “Һеҙгә, туғандар” проекты буйынса Еңеү көнөнә ҡарата 1152 Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына бүләктәр йыйылмаһы тапшырылды.
Башинформ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"