Дим буйҙары
+23 °С
Облачно
ИҠТИСАД
4 Июня 2020, 20:59

Путин Рәсәй иҡтисадын тергеҙеү планын хупланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин премьер-министр Михаил Мишустин тәҡдим иткән Рәсәй иҡтисадын тергеҙеү планын хупланы.

Хөкүмәт әҙерләгән планды нигеҙ итеп алырға мөмкиндәр. Уның төп маҡсаты – граждандарға һәм иң ныҡ зыян күргән компанияларға ярҙам итеү.
Документта һорауҙы тәьмин итеүгә, етештереү ҡеүәттәрен булдырыуға йүнәлтелгән 500-гә яҡын пункт бар. План өс этапҡа иҫәпләнгән: 2020 йыл аҙағына тиклем хәлде тотороҡландырыу, 2021 йылдан башлап тергеҙеү һәм 2021 йылдың дүртенсе кварталында үҫешкә күсеү.
Планды тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Рәсәй иҡтисады коронавирус менән бәйле көрсөктән тулыһынса тергеҙелергә һәм көрсөккә тиклемге күрһәткестәрҙе үтеп китергә тейеш.
#ВладимирПутин
Читайте нас