Дим буйҙары
+29 °С
Облачно
ИҠТИСАД
15 Декабря 2020, 08:57

Хаҡтарҙы ауыҙлыҡларға уйлайҙар

Баҙар үҙ юлын яра, конкуренция хаҡтарҙы тигеҙләй тиһәләр ҙә, һәр ваҡытта ла был ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Тауарға хаҡ ҡапыл ғына артып китеүсән, был иһә халыҡтың кеҫәһенә һуға.

Ошо мәсьәлә буйынса ил Президенты Владимир Путин РФ иҡтисад министры Максим Решетников менән ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушевты тәнҡитләгәйне. Әле иһә «тешләшкән» хаҡтарҙы ауыҙлыҡлай башлау тураһында яңылыҡтар бар: эшҡыуарҙар шәкәр һәм майға булған хаҡтарҙы өс айға үҙгәртмәҫкә ҡарар иткән. Ғөмүмән алғанда, шәкәр етештереүселәрҙә – 36 һум, магазиндарҙа – 45 һум буласаҡ, май ҙа шулай уҡ, 95 һәм 110 һум торасаҡ. Компаниялар ошо хаҡты үҙгәрешһеҙ ҡалдырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйырға теләк белдергән.

Үткән йылдарҙа яғыулыҡҡа хаҡтарҙың ныҡлап күтәрелеүенә бәйле лә ошондай саралар ҡабул ителгәйне, ул ваҡытта дәүләт экспортланған нефть продукцияһына пошлиналарҙы арттырмау шарты менән нефть компанияларынан хаҡтарҙы тотороҡлап ҡала алды. Быйыл да экспортҡа тәьҫир итеп, сит илгә сығарылған игенгә иғәнә арттырып, бойҙай ағымын тотороҡларға иҫәп тоталар. Эшҡыуарҙар хаҡтарҙың артыуын яңы коронавирус сире барлыҡҡа килеүе менән аңлата, шулай ҙа, ил башлығы һүҙҙәренсә, хаҡтарҙың артыуына тик иҡтисади сәбәптәр генә йоғонто бирә.

Читайте нас