Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
29 Декабря 2020, 08:06
Һағынмаһаҡ та, кире әйләнеп ҡайта.
Беҙ уның әйләнеп ҡайтырын көтмәһәк тә, пеня йәнә тормошобоҙға килеп инеп, күптәрҙең кәйефен боҙоуы ихтимал.
Рәсәйҙә коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙе һуңлатҡан йәки йылылыҡ һәм эҫе һыуға тулыһынса аҡса түләмәгән өсөн штраф һала башлаясаҡтар.
Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетында штрафһыҙ осорҙоң ҡасан тамамланыуын белдерҙеләр.2021 йылдың 1 ғинуарынан башлап коммуналь хеҙмәттәргә ваҡытында түләмәгән фатир хужаларын пеня һәм штрафтар көтә. 2020 йылдың апрелендә ҡабул ителгән ҡарарҙың срогы декабрҙең һуңғы көнөндә тамамлана. Законға ярашлы, яңы йылдан башлап пеня бурыстың бөтә суммаһына, шул иҫәптән 2020 йылдағы бурысҡа ҡарата ла иҫәпләнәсәк. Шуға күрә өҫтәмә сығымдарҙан ҡотолоу өсөн коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙе кисектермәҫкә, тулы күләмдә һәм ваҡытында түләргә кәңәш итәбеҙ.
Фото: oboiman.ru
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"