Дим буйҙары
+24 °С
Облачно
ИҠТИСАД
9 Апреля 2021, 14:00

Башҡортостан "Путин пособиелары"на ғаризалар буйынса лидерҙар иҫәбенә инде

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт етәкселеге менән 2019 һәм 2020 йылдар мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре тураһында кәңәшмә уҙғарҙы.

Социаль сәйәсәт мәсьәләләре буйынса яуаплы вице-премьер Татьяна Голикова әйтеүенсә, 2020 йылда яңы пособиеға - аҙ кереме һәм өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балаларҙы тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙам, бюджеттан был маҡсаттар өсөн 214 миллиард һум аҡса тотонолған. 2021 йылда был сумма 276 миллиард һумға ҡәҙәр арта, сөнки иҫәп-хисап методикаһы үҙгәрә.

"1-8 апрелгә ҡәҙәр дәүләт хеҙмәттәре порталында 846 мең ғариза бирелгән. Абсолют лидерҙар булып Краснодар крайы, Башҡортостан Республикаһы һәм Алтай крайы тора. Был төбәктәр түләүҙәрҙе башланы инде", - тине ул.

Һөҙөмтә сифатлы башҡарылған эш тураһында һөйләй: пособиеларҙы биреү механизмы төҙөлгән, ә керемдәре аҙ булған ғаиләләр үҙҙәренең хоҡуҡтары тураһында беләләр һәм актив файҙаланалар. Төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында һөйләүҙәренсә, уҙған йылда өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүҙе Башҡортостанда 137 212 бала тәрбиәләүсе 106 711 ғаилә алған, пособиеларҙың дөйөм суммаһы ете миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән.

Фото: "Башинформ"

Читайте нас