

Был ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә финанс ресурстарына эйә булыу мөмкинлеген киңәйтеү маҡсатында күрһәтелә.
Заемдар конкурс йомғаҡтары буйынса 100-500 мең һум күләмендә өс йылға тиклем бирелә. Уның шарттары һәм тапшырылырға тейешле документтар пакеты агентлыҡтың интернет селтәрендәге рәсми сайтында күрһәтелгән. Документтар 11 майҙан 1 июнгә тиклем эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 37, 2-се корпус, 3-сө ҡат. Ентеклерәк мәғлүмәтте (347) 224-99-99 телефоны аша алырға мөмкин.
Фото: ufa-news.net