

Күп балалы ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтеү һәм уларҙың абруйын күтәреү маҡсатында “Әсәлек даны”, ”Ата-әсәлек ҡаҙанышы” миҙалдарына ҡушып түләнә торған аҡсанан 13 процент һалым алынмаясаҡ.
Беләһегеҙ, беҙҙә “Әсәлек даны” миҙалы 1998 йылдан башлап тапшырыла. Уға 8526 әсә лайыҡ булған. Миҙал менән бергә ҡатындар 17 241 һум аҡса ла ала. Ә “Ата-әсәлек ҡаҙанышы” (“Родительская доблесть”) миҙалы 2018 йылдан ғәмәлдә. Уға 22 ғаилә лайыҡ булған. Наградаға бер тапҡыр бирелә торған 100 000 һум аҡса ҡушыла. Бына ошо түләүҙәрҙән хәҙер 13 процент һалым алынмаясаҡ.
Был аҡсалата бүләктәр өсөн республика бюджетында 2021 – 2023 йылдарҙа йыл һайын һигеҙ миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.