

“Инфляция тиҙләнеш алды, әлбиттә, ләкин гиперинфляция тураһында һөйләү арттырыу булыр ине”, – тине Дәүләт Думаһының өс комитетының берлектәге ултырышында Рәсәй Банкы рәйесе урынбаҫары Алексей Заботкин.
Уның әйтеүенсә, быйылғы апрелгә дөйөм инфляция былтырғы апрелгә ҡарата 5,5 процентҡа артты, ә төҙөлөш материалдарына хаҡты тиҫтәләрсә тапҡырға күтәрҙеләр. Бигерәк тә ағас, ағас юнысҡыһы, металл әйберҙәргә, түбә материалдарына, торбаға хаҡ артҡан, ә обойға, мәҫәлән, күтәрелмәгән тип әйтерлек. Заботин раҫлауынса, хаҡтарҙың ҡырҡа күтәрелеү процесы бөтә донъяға хас.
Сәбәбе: тәрән көрсөклө 2020 йылдан һуң иҡтисад үтә тиҙ аяҡҡа баҫа башланы, ә дөйөм иҡтисад тотороҡлана башлағас та был инфляция “күбеге” тора-бара “шиңәсәк”. Тик шуныһы – күпселек йәйге айҙарҙы төҙөлөш өсөн файҙалана: кем йорт һала, кем баҡсаһында өй ҡора, кем фатир ремонтлай... Инфляцияның түбән тәгәрәүен көтөргә булһаҡ, көҙ һәм ҡыш етмәҫме?
Фото: yandex.ru.