Дим буйҙары
+19 °С
Дождь
ИҠТИСАД
7 Июля 2021, 16:40

Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бәләбәйҙә булды

Эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы киң күләмле инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыусы ауыл хужалығы предприятиеларында булды.

Радий Хәбиров райондың Донской ауыл советы биләмәһендәге «Таврос» компаниялары төркөмөнә ҡараған мал һимертеү комплексына барҙы. Унда 35 мең мең сусҡа аҫраласаҡ. 45 эш урыны булдырыла. Бөгөндән комплексҡа 1580 баш мал килтереп, һимертеү майҙансығын эшләтмәкселәр. Шулай уҡ Бәләбәйҙә төҙөләсәк ит комбинаты хаҡында ла һөйләшеү булды.

Республика Башлығы ҡалабыҙҙың иҫке өлөшөндә урынлашҡан төрмә замкы биләмәһен дә ҡараны.

– Тарихи күҙлектән дә, песпективалары яғынан да был бик ҡыҙыҡлы урын, – тине Радий Хәбиров. – Бында формаль булмаған белем биреү платформаһы, тарихи маршруттар, ижади производстволар үҙәге булдырыу ниәте бар.

Бәләбәй «Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль конкурсында ҡатнаша. Жюри был проектты баһаламаған осраҡта ла, замок үҙгәрештәрһеҙ ҡалмаясаҡ.

Республика Башлығы "Йырсы шишмәләр" паркында ла булды.

Фотолар Башлыҡтың Бәйләнештә битендәге сәхифәһенән

Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас