Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
ИҠТИСАД
7 Сентября 2021, 05:22

Студенттар яңыртылған бинала уҡыясаҡ

Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан Башҡортостан мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттары яңы уҡыу йылын көтөп алынған яңыртылған бинала башланы.

Студенттар яңыртылған бинала уҡыясаҡСтуденттар яңыртылған бинала уҡыясаҡ
Студенттар яңыртылған бинала уҡыясаҡ

Элекке уҡыу корпусы авария хәлендә тип табылғанға күрә, студенттар быға тиклем дөйөм ятаҡта, ҡыҫынҡы шарттарҙа шөғөлләнергә мәжбүр ине. Унан һуң колледжға Ленин урамы, 18-се йорт адресы буйынса урынлашҡан бина бирелгәйне. Ул элек техник һөнәрҙәргә тәғәйенләнгән уҡыу йорто булып, хәҙер бында хореографтар, режиссерҙар, актерҙар, йырсылар белем алырға тейеш булғанға, бинаға ҙур реконструкция үткәрергә тура килә.

Хәҙер уның ике өҫкө ҡаты торлаҡ итеп үҙгәртелгән, бында студенттар һәм ситтән килеп эшләгән уҡытыусылар йәшәйәсәк. Ҡалған өсәүһендә – дәрестәр үтә торған кластар. Студенттар хәҙер кесе һәм ҙур хореография залдарына шөғөлләнә ала, улар ҡарамағында тағы ла тауыш яҙҙырыу студияһы, яҡшы спорт залы, тантаналар залы бар.

Колледжды реконструкциялау эше Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырылды.

#национальныепроекты#нацпроекты

Сығанаҡ: республиканың Мәҙәниәт министрлығы.

 

Студенттар яңыртылған бинала уҡыясаҡ
Студенттар яңыртылған бинала уҡыясаҡ
Автор:
Читайте нас