Дим буйҙары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
14 Октябрь 2021, 00:14

"Алтын көҙ"ҙә - 80 миҙал!

Илшат Фәзрахманов: "Башҡортостандың экспозицияһы 150 квадрат метр майҙанды биләне. Тәү сиратта төбәктең инвестиция ҡеүәтен күрһәтергә тырыштыҡ".

"Алтын көҙ"ҙә - 80 миҙал!
"Алтын көҙ"ҙә - 80 миҙал!

Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ-2021” агросәнәғәт күргәҙмәһенән 80 миҙал алып ҡайтты. Сара 4 октябрҙән 10-ына тиклем дауам итте. Республиканың ауыл хужалығы тармағы төрлө дәрәжәләге наградалар яуланы.

Делегацияға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселек итте.

"Беҙҙең экспозиция 150 квадрат метр майҙанды биләне. Тәү сиратта төбәктең инвестиция ҡеүәтен күрһәтергә тырыштыҡ. Улар өсөн республикала барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған", - тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.

Форум барышында министр бер нисә эшлекле осрашыу үткәрҙе. Мәҫәлән, Белорусияның ауыл хужалығы министры Иван Крупко менән һөҙөмтәле килешеүҙәр төҙөлдө. Санкт-Петербург ҡалаһындағы тракторҙар эшләү заводы директоры Сергей Серебряков, шулай уҡ ауыл хужалығы тармағын һанлаштырыу буйынса эшлекле тәҡдимдәр индергән "ЭР-Телеком" компанияһы вәкилдәре менән осрашыуҙар үтте. 6 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте һәм Мәләүез һөт-консерва комбинаты араһында инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды.

“Алтын көҙ-2021” XXIII агросәнәғәт күргәҙмәһе барышында “Климаттың үҙгәреү шарттарында Рәсәйҙә үҫемлекселек: маҡсаттар, проблемаларҙы хәл итеү юлдары” тип аталған пленар ултырыш үтте. Сараны Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары Джамбулат Хатуов алып барҙы.

Ил төбәктәренең ауыл хужалығы тармағына етәкселек иткән министрҙары һауа торошона бәйле ауырлыҡтарҙы нисек үтеүҙәре тураһында һөйләне: быйылғы йәй барыһы өсөн дә һынау булды. Ҡайҙалыр ҡоролоҡ булды, ҡайҙалыр, киреһенсә, күпләп ямғыр яуҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республикалағы ҡоролоҡ эҙемтәләре тураһында һөйләп, артабан быйылғылай хәлде булдырмаҫ өсөн ниндәй саралар күреләсәген билдәләне. "Һуңғы өс йыл эсендә тармаҡ йылдам үҫеште. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр артабан да шундай темп менән эшләргә йыйынһа ла, 2010 йылдағынан да ҡатыраҡ ҡоролоҡ барыһы өсөн дә ҙур һынау булды. Шулай ҙа яңы технологиялар, техника арҡаһында юғалтыуҙар әллә ни һиҙелмәне. Иген культуралары былтырғы күрһәткестән ике тапҡырға кәмерәк булһа ла, 2,2 миллион тонна уңыш йыйып алыуға өлгәшелде", - тине Илшат Фәзрахманов.

Күргәҙмә Башҡортостан делегацияһы өсөн уңышлы үтте: 47 алтын, 16 көмөш һәм 17 бронза миҙал яуланды. Миҙалдарҙың күбеһе аҙыҡ-түлек етештереү йүнәлеше буйынса бирелде. Был Башҡортостан тауарҙарының экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы булыуы тураһында һөйләй.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53008

bashgazet.ru 

"Алтын көҙ"ҙә - 80 миҙал!
"Алтын көҙ"ҙә - 80 миҙал!
Автор:
Читайте нас: