Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
28 Февраль 2020, 13:05

Ярҙам итергә теләгән кешегә бысаҡ ҡаҙаған

Бишбүләктә йәшәүсе ғаилә өсөн байрам фажиғә менән тамамланған.

Ғаилә пары дуҫтары менән бергә байрамды билдәләп, кафенан өйҙәренә ҡайтырға йыйына. Яңыраҡ вахтанан ҡайтҡан 38 йәшлек ир ҡараңғыла ҡарҙа ятҡан кешене күреп, ярҙам итмәксе була. Ир теге кеше янына килгәс, билдәһеҙ зат кинәт бысаҡ тартып сығара һәм уға ярҙам итергә теләгән кешенең йөрәгенә ҡаҙай. Бер нисә метр уҙғас, ир ергә ауа, ә уны яралаусы ҡасып китә. Ваҡиға урынына ашығыс хеҙмәттәр саҡыртыла. Изге ниәтле ирҙе ҡоткарып булмай — ул күп ҡан юғалтыуҙан вафат була. Полицейскийҙар кеше үлтереүҙә шикләнеүсе 31 йәшлек кешене тотҡан. Ул үҙ ғәйебен таныған. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, элек уның баш мейе һелкенгән, шуға күрә ул, йәнәһе, спиртлы эсемлектәр ҡулланған ваҡытта үҙ ҡылыҡ-ғәмәлдәренә иҫәп бирмәгән.
Фото: bashinform

kiziltan.rbsmi.ru

Читайте нас: