Дим буйҙары
+19 °С
Дождь
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
8 Июня 2020, 05:11

Батып барған баланы ҡотҡарам тип...

7 июндә баш ҡаланың “Ҡояшлы” пляжында бик тә аяныслы ваҡиға теркәлгән: батып барған баланы ҡотҡарам тип, егерме йәше лә тулмаған егет һәләк булған.

Мәғлүм булыуынса, бер төркөм йәштәр Ағиҙел буйына ял итергә килгән, һыу ингәндәр. Эргәлә генә балалар ҙа һыуҙа ҡойонған. Бер мәл бәләкәстәрҙең береһе бата башлаған, ә йәштәр ярҙамға ташланған. Һөҙөмтәлә малайҙы саҡ ярға һөйрәп сығарғандар, ә 19 йәшлек егеттең һыуға артабан ҡаршы торорға хәле ҡалмаған – ул һәләк булған.
Мәрхүмдең кәүҙәһен һуңыраҡ водолаздар сығарған.
Һыу – ҙур уяулыҡ талап иткән урын, бәләкәй генә һаҡһыҙлыҡтың да ошондай фажиғәгә килтереүе ихтимал. Батыр йөрәкле егеттең яҡындарына түҙемлек һәм сабырлыҡ теләйбеҙ.
Фото: sokolinfo.ru
Читайте нас