Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
11 Февраль 2020, 23:35

Йырлап йәшәйек әле

Быйыл Башҡортостанда “Йырлы ауыл” конкурсы иғлан ителгәйне. 10 ғинуарҙа Аҙнай ауылының һәүәҫкәр артистары ла был бәйгегә ҙур теләк менән ҡушылды.

Конкурс шарттарына ярашлы, ярышта үҙешмәкәр коллективтар: халыҡ, фольклор, эстрада, ғаилә ансамблдәре, яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнаша ала ине. Байрам-концерттарҙа үҙҙәренең йырлы-моңло сығыштары менән тамашасыны һөйөндөргән төрлө йәштәге үҙешмәкәр артистар был юлы ла сәхнә түренә дәррәү күтәрелде.
Ауыл мәҙәниәт йортонда ун йылдан ашыу эшләп килгән “Хазина” халыҡ ансамбле, ғәҙәттәгесә, сараны асып ебәрҙе. Ауылдың моңло тауыштары, яңғыҙ йыр башҡарыусылар араһынан Тәнзилә Шөғәйепова үҙенең яратҡан “Яңғыҙ ишкәксе”, “Йыйҙым еләк” кеүек йырҙарын башҡарһа, Илнар Имашев “Төнгө серенада” тигән йырҙы тамашасыға бар тулылығында еткерҙе. Халыҡ уларҙы йылы алҡыштар менән оҙатты.
Бер ҡасан да йыр-моңдан, гармунынан айырылмаған, ауылдың, райондың мәҙәниәт тормошонда ҡайнап йәшәүсе Зәлир Әлмөхәмәтовты тирә-яҡта белмәгән кеше юҡтыр. Уның баян моңдарына ҡушылып йырлаған Гөлназ Садыкова, Земфира Шафикова моңло тауыштары, йөкмәткеле йырҙары менән тамашасы күңелен әсир итте. Мәжит Миһранов, Айҙар Шөғәйеповтарҙың ҡабатланмаҫ йырҙары иһә тыуған ауыл, тыуған төйәккә мәҙхиә булып яңғыраны. Сәхнәлә лә бер генә йырсы йырлағандағы кисерештәр бер төрлө булһа, ике йырсы сығыш яһағанда, байыраҡ энергия бүленеп сыға. Ғөмүмән, ике йырсының дуэт башҡарыуы театраль яҡтан ҡыҙыҡлы тамашаға әйләнә лә ҡуя. Хәйҙәр Хафизовтың Флорида Шөғәйепова менән “Һәр көндө керәһең төшөмә...” һәм Гөлназ Садыкова менән парлап йырлауы һәммәһенең дә күңеленә хуш килде. Ә бына ир-егеттәрҙең «Ялан» вокал ансамбле үҙҙәренең дәртле сығыштары менән жюри ағзаларын арбай алды. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Зулиә Такетдинова, Дмитриева Ольга һәм ошо ауыл ҡыҙы, моңло һандуғасыбыҙ Зөлфиҙә Муллағәлиева, шулай уҡ район хакимиәтенең мәҙәниәт комитеты рәйесе Елена Павловна Арефьева жюри составында булды.
Аҙнай ауылы халҡы һәр яҡлап талантлы тиергә була. Әлеге конкурста ҡатнашыусылар араһында йәштәр ҙә бар ине, ә шулай ҙа күпселекте өлкән йәштәгеләр тәшкил итә. Оло йәшкә етһәләр ҙә, күңелдәре һәр саҡ йәш артистарыбыҙҙың һәр ҡайһыһының сығышы һоҡланғыс булды.
Ләйлә Ғүмәрова,
Автор фотоһы.
Читайте нас: