. “Халҡым өсөн” тип аталған сарала Айыт, Ҡаныҡай, Йылбулаҡтамаҡ мәктәбе уҡыусылары башҡорт телендә Ш.Бабичтың шиғырҙарын яттан һөйләп, үҙ-ара көс һынашты.
Ярышты майҙан хужалары - 2-се класс уҡыусылары Ғәтиәтуллина Раяна “Кем өсөн” һәм Хәбибуллина Радмила “Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар” шиғыры менән башлап ебәрҙе. Бер төркөм уҡыусыларҙың “Ҡурайҡайға” тигән шиғырҙы бергәләп һөйләүҙәре бик тә матур булды. Бындай сараларҙың уртаһында булған Ҡаныҡай уҡыусылары был юлы ла һынатманы. Уларҙың күпселеге Ш.Бабичтың милли рух менән һуғарылған “Башҡортостан”, “Халҡым өсөн” кеүек шиғырҙарын һайлағайны. Байрас Батраевтың “Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар”ҙы видеопроектор аша һөйләүе үҙенсәлекле булды. Йылбулаҡтамаҡ уҡыусыларының да конкурсҡа етди әҙерләнгәне күренеп тора ине. Шиғырҙар ҡабатланып торһа ла, улар һәр уҡыусының һөйләй белеү ҡеүәһенә ҡарап яңыса яңғыраны.
Конкурста ҡатнашҡан ҡайһы бер балаларҙың сәхнәлә сығыш яһау тәжрибәһе бар ине, ә кемгәлер сәхнәгә тәү тапҡыр сығырға тура килде. Сараның һуңында, конкурсанттар араһынан Ҡаныҡай урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Ишмөхәмәтова Камила (VII класс уҡыусыһы) менән Ғәзизйәнова Гүзәлиә (IX класс), Айыт урта мәктәбенән Хафизова Гүзәл (IX класс), Ғабдуллина Азалия (VI класс) һәм Мөхтәсимова Дилара (VI класс), ә Йылбулаҡтамаҡ урта мәктәбенән Хәмитова Илүзә (III класс) менән Сәфәрова Фирүзә (IX класс) еңеүсе тип танылды. Уларҙың башҡарыу оҫталығы жюри ағзаларына ғына түгел, барлыҡ тамашасыларға ла оҡшаны.
Районыбыҙҙа туған телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү һәм уға ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатында шиғриәт кисәләре йыш уҙғарылып тора. Милли рухлы уҡыусыларҙы дәртләндереү сараһы булараҡ, “Мең” ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы төрлө бүләктәр әҙерләй. Кисәнең һуңында “Мең” ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы Советы рәйесе урынбаҫары Альфред Әхтәм улы Шәймәрҙәнов сарала ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткергәндән һуң, “Дим буйҙары” гәзитенең мөхәррире Ләйлә Ғүмәрова үҙҙәрен ысын нәфис һүҙ оҫталары тип танытҡан уҡыусыларға диплом һәм иҫтәлеккә китаптар тапшырҙы. Шулай уҡ туған тел һағында торған уҡытыусыларға һәм һәр яҡлап әүҙем эшмәрлек алып барған милләттәштәргә лә Рәхмәт хаттары тапшырылды.